Бишбүләк районының һәр ауылында тиерлек махсус хәрби операцияһында йөрөүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советында йәшәүселәр ҙә был йәһәттән бик әүҙем эш алып бара. Ауыл ирекмәндәре йылдан ашыу инде алғы һыҙыҡта йөрөгән яугирҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаш егеттәренең хәлен даими белешеп торалар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ туплап, гуманитар ярҙам да ойоштороп торалар. Тилбер ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар дүрт көн эсендә ун маскировка селтәре үргән! Был изге эштә
ауылдың ветерандары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары ла, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә, йәштәр ҙә бик ихлас ҡатнаша.
Үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, көндөң-көнөндә эшкә барғандай, улар ауыл уртаһындағы мәҙәниәт йортона ашыға. Ә барыһының да теләге бер: “Егеттәребеҙ генә иҫән-һау булып, тиҙ арала еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар ине”.