Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Ноябрь 2024, 08:05

Республикала -15 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Республикала -15 градусҡаса һыуытаРеспубликала -15 градусҡаса һыуыта
Республикала -15 градусҡаса һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә -5, -10, аяҙытҡанда -15 градус. Көндөҙ - 2, -7 градус.

Шишәмбе, 12 ноябрҙә, республикала урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4, -9, аяҙытҡанда -14 градус. Көндөҙ 0, -5 градус.

Шаршамбы, 13 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7, көндөҙ -1, -6 

Бвшинформ.  

 
      
 
Республикала -15 градусҡаса һыуыта
Республикала -15 градусҡаса һыуыта
Автор:
Читайте нас