Бишбүләк районында бик матур ауыл бар, ул Яңы Биктәш тип атала. Яңы һүҙе алдан торһа ла, был бик боронғо һәм тарихи ауыл. Киләһе йылда ауылдың 425-йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ.
Ауылдың үткәненә күҙ һалһаҡ, сал тарихын иҫбат итеүсе шәжәрәләр, тарихи мәғлүмәттәр бар беҙҙә. Яңы Биктәш ауылы тарихи үткәндәре менән генә түгел, ә күренекле шәхестәре менән дә данлы. Бында башҡорт яҙыусыһы, журналист-фронтовик, драматург Ғабдулла Әхмәтшин тыуған. Уның “Талъян гармун” комедияһы оҙаҡ йылдар М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарынан төшмәй.
Яңы Бикташ ауылы янындағы мөһабәт ағас - 300 йәшлек өйәңке тураһында ишетмәгән йәки уның янында булмаған кеше юҡтыр. Ул Бишбүләк районының ете мөғжизәһе исемлегенә индерелгән. Ә бына ошо ағастан бер аҙ өҫтәрәк, бик боронғо әүлиә ҡәбере бар. Уҙған йыл уның өҫтөнә ҡорам ҡуйылған.
Бында йәшәүселәр тыуған төйәген хәстәрләп йәшәй, өйәңке һәм шишмә тирәһен тәртиптә тотоу өсөн, Яңы Бикташ халҡы эленән-әле экологик өмәләр ойоштора. Бынан тыш, быйыл ауыл халҡы изге эш башҡарҙы – күмәк көс менән “Ханнай” мәсете төҙөлдө.
Яңы Биктәш ауылы күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, тирә-яҡты тауҙар теҙмәһе уратып алған, улар ауылды елдән, бурандан һаҡлай. Тау итәгенән тәмле һәм саф шишмәләр урғылып сыға, ете шишмә ауылға йәм өҫтәй.
Ауыл халҡы берҙәм һәм тырыш. Махсус хәрби операция башланыу менән, еңдәрҙе һыҙғанып, мәҙәниәт йортонда ярҙам итеү пункты асып ебәрҙек, унда беҙ маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, госпитәлдәгеләр өсөн ортопедик мендәрҙәр тегәбеҙ, окоп шәмдәре яһайбыҙ.
2025 йылда Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тула. Ата-бабаларыбыҙ хөрмәтенә беҙ Урындағы үҙбашланғысты хуплау (ППМИ) проектында ҡатнашып, матур обелиск төҙөп ҡуйырға уйлайбыҙ. Был, беҙҙең, улар алдындағы бурысыбыҙ. Әлеге көндә бик күп эштәр башҡарып өлгөрҙөк, конкурс талаптары буйынса, көн һайын социаль селтәрҙә эшебеҙҙе яҡтыртып барабыҙ. Төрлө саралар, конкурстар, флэшмобтар, өмәләр һәм башҡа бик күп саралар үткәрәбеҙ. Кесе йәштәгеләрҙән алып, өлкәндәрҙе лә йәлеп итергә тырышабыҙ. Ауылдаштар эшебеҙҙе хуплап, еңеүгә таба барғанды күреп шатланалар, улар ҙа беҙгә ярҙам итеп торалар.
Урындағы үҙбашланғысты хуплау (ППМИ) проекты буйынса ике йыйылыш уҙғарылды. Унда өс мөһим мәсьәлә ҡаралды һәм шулар араһынан бер тауыштан Яңы обелиск төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беҙ иң тәүҙә буласаҡ обелиск урынын ағастарҙан таҙарттыҡ, шунан ерҙе тигеҙләү өсөн тупраҡ ташыныҡ, иҫке ҡоймаларҙы һүттек һәм яңыһын ҡорҙоҡ.
Әлеге мәлдә беҙ, инициатив төркөм, ауыл халҡынан анкеталарҙы тултыртып, эште теүәлләп ҡуйҙыҡ, хәҙер инде йомғаҡлау йыйылышы уҙғараһы ғына ҡалды. Шулай ҙа алда эштәр бик күп, уларҙы башҡарып сығыу өсөн финанс ярҙамы кәрәк. Беҙ был проектта еңеүгә өмөт итәбеҙ, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренән һәм ауылдаштарҙан биреләһе сығымдың ун процентын йыйырға ҡарар иттек. Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн һуғыш яланында башын һалған һәм Еңеү яулап тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙ алдындағы бурысыбыҙҙы үтәрбеҙ, тип өмөтләнәбеҙ.
Инициатив төркөм етәксеһе Зөлфиә ҠӘЙҮМОВА,
Яңы Биктәш ауылы.