Конкурс 5 ноябрҙән башлана һәм ике номинация буйынса үткә:
- «Минең ғаиләм һалымдарҙы ваҡытында түләй» һүрәте;
- «Ни өсөн һалым түләргә кәрәк» темаһына инша.
Конкурста 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Эштәр 18-30 ноябрҙә мәктәп хакимиәттәре аша ҡабул ителә, 2 декабрҙән 13 декабргә тиклем йомғаҡ яһаласаҡ.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте мәктәп хакимиәтенән, шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу элемтә телефоны аша алырға мөмкин:
+7 (347) 215-10-70 (өҫтәмә номеры 55-55).
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-90047309_43548?ysclid=m3h1n2f34y260352622