Үҙенсәлекле балалар ҡатнашлығындағы инклюзив проект менән Башҡортостандың Дәүләт оркестры таныштырҙы. Бөрө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының республиканың баш дирижеры, халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкселегендәге Дәүләт академия симфоник оркестры менән бергә сығыш яһауы иҫ киткес булды. "Беҙ ҡанаттарҙы асабыҙ" гала-концерты Бишбүләк районы уҡыусыларында ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың сығышын ҡарап, уларҙың һәләттәрен баһалап, залдағылар дәррәү алҡышланы. Бындай ваҡиғалар уйға һала, күңелдең нескә ҡылдарына ҡағыла.
Был көндә шулай уҡ 9,10-сы класс уҡыусылар өсөн баш ҡаланың күркәм урындары буйлап экскурсиялар ойошторолдо. Балалар Еңеү паркында, Салауат Юлаев майҙансығында, Совет майҙанындағы легендар герой М.Шайморатовҡа арналған скульптура комплексында, мәғрифәтсе-шағир М.Аҡмулла һәйкәле янында һ.б. урындарҙа булды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
https://vk.com/club198377257