"Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы"шиғриәт бәйгеһедә ҡатнашыу өсөн Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Дәүләкән, Иглин, Миәкә һәм Шишмә райондарынан уҡыусылар килгәйне. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ете йәштән алып ун дүрт йәшкә ҡәҙәрге 28 уҡыусы ғариза биргән.
Беҙҙең райондан был сараға уҡыусы барҙы: Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Хәмитова Илүзә (етәксеһе И.Р. Кинйәбаева) һәм Дим урта мәктәбенән Абайҙуллина Лидиана (етәксеһе Р.С.Тихонова). 5-cе класс уҡыусыһы Лидиана бөйөк мәғриәтсенең "Аттың ниһен маҡтайһың?" шиғырын һөйләп, "Мең ырыуы" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының III дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Афарин, Лидиана! Артабан да һиңә уңыштар теләйбеҙ!