Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Ноябрь 2024, 03:42

Ҡатын-ҡыҙҙарса бизнес

Заманса бизнес-ледиҙарҙы маҡсатҡа ынтылыу, эшләй белеү һәм шәхси өлгөләре менән яңы ҡаҙаныштарға илһамландырыу айырып тора

Ҡатын-ҡыҙҙарса бизнесҠатын-ҡыҙҙарса бизнес
Ҡатын-ҡыҙҙарса бизнес

Ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа лайыҡлы урын алды. Бөгөн финанс бәйһеҙлекте өҫтөн күреүсе, максималь рәүештә тормошта үҙ урындарын табырға ынтылыусы ханымдар үҙҙәрен бизнеста һынап ҡарай. Уларҙың балалар табып тәрбиәләргә лә, hәм, яратҡан эшен булдырып, уны тотороҡло табыш бирә торған бизнесҡа ҡәҙәр еткерергә лә көстәренән килә. Әсәйҙәр көнө алдынан тормошта иң мөhим ролдәрҙе — әсәй, ҡыҙ, ҡатын hәм бизнес-леди ролдәрен бергә алып барыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы билдәләп үтке килә.

Ҡатын-ҡыҙҙарға ғаилә тураһында ҡайғыртыуҙы hәм карьераһында уңышҡа ирешеүҙе нисек берләштерергә? Был уларҙан бик ҙур көс, сабырлыҡ hәм тотороҡлолоҡ талап итә. Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре берләшкән бизнес-бергәлектәрҙән ҙур ярҙам ала. Миҫал өсөн, быйыл май айында Бишбүләктә  «Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ассоциацияһының бүлексәһе асылды. Ерле бүлексә менән Анна Вячеславовна Захарова етәкселек итә. Ул — ун йылдан артыҡ үҙ бизнесын уңышлы алып барыусы күп балалы әсәй, Бишбүләктә беренселәрҙән булып сәскәләр салонын асҡан. Был ойошманы булдырыу яңы кешеләргә тәжрибәлерәк бизнес-ледиҙар менән танышырға,  оҫталыҡ дәрестәрендә, конкурстарҙа hәм төрлө программаларҙа ҡатнашыу аша үҫергә мөмкинлек бирә. Әгәр яңғыҙың ғына башҡара алмаясағыңа шик бар икән, фекерҙәштәр коллективында барыһы ла бик еңел килеп сыға! Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ бергәләп үҙ маҡсаттарына таба бара, яңы мөмкинлектәр, танышыуҙар hәм бәйләнештәр таба.

— Беҙ районда ҡатын-ҡыҙ бизнесын үҫтерергә, матди хәлде яҡшыртырға, шулай уҡ эшҡыуарлыҡты hәм хәйриәлекте популярлаштырырға ярҙам итәбеҙ, — тип һөйләй Анна Вячеславовна. — Минеңсә, ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын йомшаҡ көс сағылышы, тип ҡарарға мөмкин. Йомшаҡ көс — ул кешеләрҙең фекеренә hәм үҙ-үҙҙәрен тотошона мәжбүр итеү аша түгел, ә йәлеп итеүсәнлек һәм мәҙәниәт аша йоғонто яһау һәләте. Һәм ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығы ысындан да йәмғиәттә һәм бизнеста ыңғай үҙгәрештәргә ярҙам итә торған көслө ҡорал булырға мөмкин. Төрлө социаль әhәмиәткә эйә проекттар менән бер рәттән, бизнес вәкилдәре МХО-ла ҡатнашыусыларға актив ярҙам итә: гуманитар ярҙам йыйыу, һ.б. төрлө саралар ойоштора. Сөнки Ватанды яҡлаусылар сафында уларҙың яҡындары ла бар. «Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары» ассоциацияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре араһында, hис шикһеҙ, әсәйҙәр бар. Һәр әсә төрлө ролдәрҙе еңел генә башҡара ала: балалар ҡарау, уларҙың өй эштәрендә ярҙамлашыу hәм мәктәп сараларында ҡатнашыу проекттар менән идара итеү, һәм стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү менән бергә башҡарыла. Мәҫәлән, өс игеҙәк малай әсәһе Алина Муллағәлиева эшен, мауығыуҙарын бергә алып бара, әммә уның өсөн ғаиләһе — беренсе урында. Лилиә Бикбулатова йәшел тәмләткестәр үҫтереү буйынса үҙ сити-ферма етәксеһе. Бер йыл эсендә улар районыбыҙҙа ғына түгел, Бәләбәй hәм Приютта ла һигеҙҙән артыҡ ресторан hәм икмәк бешереү цехын тәьмин итә. Динара Ноғоманова hөнәре буйынса педагог. Күп балалы әсәй әлеге мәлдә экофермаһын һөҙөмтәле алып бара: тәмле сырҙар hәм ыҫланған ризыҡтар етештерә. Ольга Никитина сәй hәм бүләктәр магазины тота һәм дүрт баланы ла бик яҡшы тәрбиләй. Ун йылдан ашыу педагог булып эшләгәндән һуң, үҙен бизнеста һынап ҡарарға булған.  Барыһы ла уның үҙе әҙерләгән тәмле шоколадын тамлп ҡараған! Тагын бер әсәй, Марина Колпакова, oстeмe репетиторлыҡ үҙәге асҡан hәм уны оҫта алып бара. Бында балалар Берҙәм дәүләт имтиханы (ЕГЭ) hәм Төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) тапшырырға әҙерләнә. Yҙәк педагогтарға өҫтәмә аҡса эшләү hәм тәжрибә туплау мөмкинлеге биргән. Ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр, үҙ көстәренә ышанып, бизнес булдыра hәм уға бар көсөн һала. Шул уҡ ваҡытта улар үҙ балалары өсөн өлгө булып тора: яҡындарыnа ярҙам итергә һәм улар тураһында ҡайғыртырға онотмайынса, үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн барыһын да эшләйҙәр.

Ирина ФОМИНА яҙып алды.

Анна Захарова фотоһы.

Ҡатын-ҡыҙҙарса бизнес
Ҡатын-ҡыҙҙарса бизнес
Автор:
Читайте нас