Бишбүләктә һуңғы йылдарҙа аптекалар һаны шаҡтай артты, мөйөш һайын дарыухана тиһәң дә була. Башҡалары бикле булған хәлдә лә, "Фармленд" иртәнән кискә ҡәҙәр эшләй. Әйтергә кәрәк, ноябрь айында егерме процент ташлама менән дарыуҙар алырға мөмкин ине.
"Фармленд" - Рәсәйҙәге иң ҙур ваҡлап һатыу дарыухана селтәрҙәренең береһе. Беҙҙең район үҙәгендә лә ике ошондай аптека бар. Бынан һәр ваҡыт кеше өҙөлмәй. Бөгөн, йәғни ошо дарыухананан күпләп дарыуҙар һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары һатып алыусылар араһында көнкүреш тауарҙары уйнатылды. Ай башынан 777 һумлыҡ тауар алыусыға берәр купон бирелде.
Был көндә купон алыусылар өсөн ике тапҡыр бүләктәр уйнатылды. Һәр кем уңышҡа өмөт итте, кемгәлер көрөшкә кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәр сыҡһа, икенселәр көнкүреш техникаһы алып ҡыуанды. Шундай бәхетле отош эйәләренең береһе – Бишбүләк ауылынан дүрт бала әсәһе Гөлгөнә Ноғоманова булды.
- Мин, бигерәк тә, көҙгө һәм ҡышҡы осорҙа дарыуханаларҙан медикаменттар һатып алам, ә "Фармленд"тан күбеһенсә балаларға витаминдар, подгузниктар, сәс йыйыу саралары һәм һалҡын тейеүҙән төрлө дарыуҙар алам. Яңыраҡ дүрт меңдән ашыу суммаға әйбер алдым һәм миңә купон бирҙеләр. Халыҡ йыйылғас, уйын ваҡытында бер баланы саҡырҙылар һәм ул билеттарҙы тартып сығарҙы. Үҙемдең еңеүемә ышанып та етмәгәйнем, миңә шунда уҡ микротулҡынлы мейес тотторҙолар, был тиҙҙән билдәләйәсәк тыуған көнөмә матур бүләк булды, - тип йылмая Гөлгөнә Раян ҡыҙы.