Башкортстандан бер туған уҡыусылар – Егор һәм Богдан Глуховцевтар бизнес өсөн һанлы продуктар булдырыу буйынса “Кибер-102”хакатонын эшләүселәр командалары ярыштарында миллион һум отҡан. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙған турнирҙа 148 уҡыусы ҡатнашты, тип хәбәр итә республика дәүләт идарәһының Һанлы үҫеш министрлығында.
- Йәш призерҙар хәҙерге ваҡытта үҙ проекттарын бизнеста тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә һәм компания менән хеҙмәттәшлек итә. Егор менән Богданды ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, уларға ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмауҙарын теләйбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры вазифаларын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Ярыштарҙа еңгән Егор һәм Богдан Глуховцевтар Стәрлетамаҡтың Яңы Отрадовка ауылындағы 3-се мәктәптә уҡый.
Фото: Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры сайтынан
baltachtan.ru