3 декабрь– ил территорияһында йәки унан ситтә ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм Совет хәрбиҙәре иҫтәлегенә арналған Билдәһеҙ һалдат көнө. Был ҡарар 2014 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителә, ә уға ярашлы Указға Рәсәй Федерацияһы Президенты шул уҡ йылдың ноябрендә ҡул ҡуя.
Еңеү паркында уҙған сарала төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, район етәкселәре, "Йәш гвардиясылар", студенттар ҡатнашты. Минтингҡа йыйылыусылар алдында район хәкимиәте башлығы башлығы Артур Зарипов сығыш яһаны:
- Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бик күп яугирҙәр аяуһыҙ һуғыш ҡырҙарында баштарын һалды, туғандар ҡәберҙәренә ерләнделәр. һәләк булғандарҙан 4 млн совет кеше хәбәрһеҙ юғалған тип һанала. Шулар араһынан 120 млн кешенең генә шәхесен асыҡлай алғандар. Эҙәрмәндәр әле лә яуҙа һәләк булған һалдаттарҙың һөлдәләрен табып ерләй, беҙҙең районда ла Мораҙым һәм Йылбулаҡтамаҡ ауылдарына тиҫтә йылдарҙан һуң яҡташтарыбыҙ тыуған еренә ҡайтты. Беҙҙең эҙәрмәндәр отряды ла билдәһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү һәм асыҡлау эштәрен йыл һайын дауам итә. Үкенескә күрә, әле лә илдәр тыныс түгел, бөгөн беҙҙең яҡ таштарыбыҙ махсус операцияла ҡатнаша, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа юҡ түгел.
Шулай уҡ район хәрби комиссары Абдуллин Марат Салауат улы ла халыҡҡа мөрәжәғәт итте.
«Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған» тигән һүҙҙәр был иҫтәлекле көндөң символы булып тора.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.