Өфөлә йәшәүсе 55 йәшлек ҡатынға элекке “етәкселәре”нән шылтыратыу килгән. Улар предприятие хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәрҙең таралыуын һәм уның исеменә сит кешеләр кредит рәсмиләштерә башлауы тураһында хәбәр итә. Мутлашыуҙы булдырмаҫ өсөн, енәйәтселәр ҡатынға ФСБ хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итергә ҡуша. Күп тә үтмәй, уға “ФСБ хеҙмәткәре” шылтырата һәм был турала бер кем дә белмәҫкә тейешлеге хаҡында иҫкәртә. Мутлашыуға юл ҡуймаҫ өсөн, ҡатынға банкка барып, иҫәптәрҙә булған бөтә аҡсаны сығарырға ҡушалар. Улар шулай уҡ банкта эшләүселәр аферистар менән бер яҡлы булыуҙарын иҫкәртә һәм шуға ла ошо турала уларға һөйләмәҫкә күндерә. Һөҙөмтәлә ҡатын ҡушҡандың барыһын да эшләй, һәм махсус иҫәптәргә 2,5 миллион һумға яҡын аҡса ебәрә. Һуңынан ғына уғрыларҙың тоҙағына эләккәнен аңлай.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: ФСБ-ның ысын хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да мессенджерҙар аша шылтыратмай һәм аҡсағыҙҙы таныш булмаған иҫәптәргә күсерергә күндермәй. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн мутлашыуҙар тураһында мәғлүмәтте өйрәнегеҙ.
Сығанаҡ: БР буйынса МВД
https://bashgazet.ru