Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуа.
Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр.
Ҡыш урман шаулаһа, йылы көт.
5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.
6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ.
7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.
8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.
9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.
10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.
11 декабрь көндө бесәй тырнанһа, һыуыта. Эт өрөп, шыңшый икән, бик көслө һыуыҡтар киләсәк.
12 декабрь көндө әҙерәк болотлап торһа, һыуыта. Көн томанлы икән, тиҙҙән көслө ел һәм буран булыр.
13 декабрь көндө ҡар яуһа, ул ерҙә 110 көн ятыр.
15 декабрь көндө ямғыр яуһа, ул 40 көн буйына дауам итә.
17 декабрь көндө ағас ботаҡтарында ҡар ята икән, ҡыш һалҡын килер.
18 декабргә тиклем бер тапҡыр ҙа һыуыҡтар булмаған икән, тимәк, тиҙ арала епшек ҡар бураны булыр.
19 декабрь – бесәйҙәр ауыҙ-моронон тәпәйе менән ҡаплап йоҡлаһа, тиҙ арала көслө һыуыҡтар килер.
21 декабрь ҡояш ғәҙәттәгенән иртәрәк сыҡһа, ҡар яуа.
22 декабрҙә көн аяҙ булып, ҡар яуһа – йылы ҡышҡа ишара.
23 декабрҙәге буран – көслө һыуыҡтар билдәһе.
24 декабрь – ҡоштар түбән осһа, ел көсәйер. Көньяҡтан иҫкән ел көндөң йылыныуы тураһында һөйләй.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары