«Сигеү түҙемлек, төгәллек кеүек сифаттар талап итә», - ти буш ваҡытында ҡул эштәре менән мауығыусы Лилиә Фазуллина
Ижад — ул тормошта шәхестең үҙ-үҙен сағылдырыуы һәм үҙ-үҙен тормошҡа ашырыуы, иң юғары биреүсе әйбер.
Ул — матди дoнъянан рухи ҡәнәғәтлек алыу. Шуның өсөн дә кешеләр ижадҡа тартыла.
— Мин элек «крестик» менән сигә инем. Алмаз мозаикаһы менән бер нисә йыл элек етди мауыға башланым. Сәйләндәр ваҡыт үтеү менән төҫөн юғалтмай һәм тоноҡланмай. Был ысул менән эшләнгән картиналар оҙаҡ һаҡлана, — тип һөйләй Лилия Зәбир ҡыҙы. — Дөрөҫ, йәйгеһен ауылда эш күп. Ә бына ҡышҡы оҙон кистәрҙә ижад өсөн ваҡыт етeрлек. Мин тағын ырғаҡ менән урындыҡтарға япмалар бeйләйем.
Лилиә Фазуллина Ҡунаҡҡол ауылында хеҙмәт ветераны Зәбир Шәйхетдин улы менән Хәмиҙә Ғөзәйер ҡыҙы Хәйретдиновтар ғаиләһендә тыуған. Ауылда урта мәктәпте тамамлай. Бишбүләк ауылында 149-сы һанлы училищела уҡый. 1994 йылда ауыл егете Илдус Фазуллинға кейәүгә сыға. Ҡыҙҙары Илүзә менән Йолдоҙҙо, улдары Ильясты тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер уны ике ейәне һөйөндөрә. Хужалыҡтарында һыйыр-башмаҡтар, быҙау-һарыҡтар, ҡаҙ-өйрәктәр аҫрайҙар. Бәрәңге баҡсаһы бар, шулай уҡ төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр.
Лилиә Зәбир ҡыҙы сәскәләр үҫтергә ярата. Йәйге осорҙа түтәлдәре сәскәләргә күмелеп ултыра. Уның картиналарында һүрәтләнгән табиғәт һәм баҡса сәскәләре сигеүҙәрендә сағыла. Оҫта ҡуллы ханым үҙенең бар күңелен һалып ижат иткән эштәрен туғандарына, яҡындарына, дуҫтарына байрамдарға, тыуған көндәргә бүләк итә. Уларҙы бүләк иткәндә, үҙе лә шатлана, башҡаларҙы ла шатландыра. Уның эштәре район һабантуйында уҙған күргәҙмәгә ҡуйылғайны.
— Материал ҡиммәт булһа ла, бер нимәгә ҡарамаҫтан, артабан да ижад итәһем килә, алмаз мозаикаһы менән эшләү тынысландыра, бер башлағас, эштән туҡтап булмай, — ти Лилиә Зәбир ҡыҙы.
Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.
Фотолар ғаилә архивынан.