Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
5 Декабрь 2024, 19:01

Тыуған төйәге менән ғорурлана

МХО-ла ҡатнашыусы, Бишбүләк ауылынан «Лопасть» позывнойлы взвод командиры яраланғандан һуң, реабилитация үтә

Тыуған төйәге менән ғорурланаТыуған төйәге менән ғорурлана
Тыуған төйәге менән ғорурлана

    Бәләбәй ҡалаһында үҫкән, 40-сы лицейҙы тамамлап, эретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡыған, ә хәҙер инде офицер званиеһында булған взвод командиры, МХОла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, яҙмышын мәңгелеккә Бишбүләк ере менән Бәйләгән яҡташыбыҙ декабрҙә үҙенең ҡырыҡ йәшлек юбилейын билдәләп үтeргә йыйына. — Минең яратҡан ҡатыным Бишбүләктә тыуып үҫкән. Беҙ уның менән 2010 йылда «Встреча» кафеһында туй үткәрҙк. Шуннн бирле мин үҙемде Бишбүләк кешеһе, тип иҫәпләйем. Бында минең йортом, балаларым. Ошолар хаҡына йәшәү һәм хатта һуғышыу үҙе ни тора, — ти хәрби командир. — 2011 йылдан мин Бишбүләк Юл ремонтлау-төҙөлөш идараһында эшләй башланым. Намыҫлы эшләгән өсөн  «Башкиравтодор» етәкселегенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдым. 2018 йылда аҡса эшләргә Төньяҡҡа киттем. Минең бронь бар ине. Ләкин минең  яҡын дуҫтарым hәм иптeштәремдең контрактсылар булып китеүҙәрен hәм Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуҙарын ишеткәс, ситтә ҡалмаҫҡа булдым. 2023 йылдың  7 декабрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Луганск Халыҡ Республикаһында кесе офицерҙар составының ҡыҫҡа курстарын үткәс, беҙгә офицер званиеһы бирҙеләр.

Әле үҫмер йылдарныда уҡ ул радиотехник түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә яратҡан. Шуға күрә пилотһыҙ осоу аппараттарын хеҙмәтләндереү буйынса яңы хәрби hөнәрҙе ул еңел hәм ҙур теләк менән үҙләштергән. — Ҡыҙыҡ һуғыштар быйылғы йәй айҙарына тура килде, ҙур Авдеевка тораҡ пунктын азат иттек, — тип дауам итә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булыусы. — Ике яҡтан да ҡот осҡос атышыуҙар булды. 7 июлдә минең аяғыма ныҡ эләкте. Ләкин мин подразделениемды һәм һалдаттарҙы ут аҫтынан сығара алдым. Шунан һуң ғына ауыртыуҙан hәм ҡан юғалтыуҙан аңымды юйғанмын. Мине шундуҡ Брянск ҡалаһындағы хәрби госпиталгә оҙатҡандар. Бер нисә ҡатмарлы операция үткәргәндән һуң, яралы аяғымды киҫәкләп йыйып, мине Ижевск ҡвлаһындағы хәрби госпиталгә алып киттеләр. Һәм бына яраланғандан һуң реабилитация буйынса беренсе тапҡыр отпускка ҡайттым.

Өйөндә хәрби командирҙы яратҡан ҡатыны, Бишбүләк ауылының урта мәктeбендә уҡыусы ҡыҙы менән улы шатланып ҡаршы алған. Атаһы менән һөйләшкәндән һуң, ҡыҙы hис шикһеҙ хәрби уҡыу йортона керәсәген hәм профессиональ хәрби буласағын белдергән. Ә улы атаһы менән икеһе өсөн дә яратҡан шөғөлөнә — балыҡ тоторға йыйына башлаған.

— Мин командалыҡ иткән взводта яҡташтар юҡ. Ә беҙҙең полкта улар күп, hәм беҙ йыш күрешәбеҙ һәм аралашабыҙ, — ти һауығып килеүсе һуғышсы. — Миәкә районынан, беҙҙең Айытта тыуған кешеләр менән бер нисә тапҡыр осраштыҡ. Украинлылар, әйтергә кәрәк, беҙҙең еңеүгә ҡәҙәр барасағыбыҙҙы аңлап, беҙҙең менән һуғышып туйҙы буғай. Хәҙер беҙҙең менән наемниктар һуғыша. Ләкин беҙ  бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, уларҙы шулай уҡ ҡыҫырыҡлайбыҙ. Бер тапҡыр миңә Бишбүләк районынан гуманитар ярҙам алырға насип булды. Мин шаҡ ҡаттым. Беҙгә бик кәрәкле маскировка селтәрҙәре hәм һалдат көн-күрешендә кәрәкле әйберҙер килде. Артабан минең взвод бик шәп разведка дроны алды. Беҙ уны «Финист», тип атаныҡ. Ул ыласын кеүек заданиеға китә, дошман урынлашҡан урын өҫтөндә осоп йөрөй, барыһын да видеоға төшөрә hәм hәр ваҡыт иҫән-имен ҡабат әйләнеп ҡайта. Минең барлыҡ хеҙмәттәштәрем: «Картала Бишбүләк районы ҡайҙа урынлашҡан?», — тип һорай. Мин уларға тәбиғәтебеҙ, Димдә балыҡ тотоу hәм үҙ ғаиләм тураһында ғорурланып һөйләйем. МХОла ҡатнашыусы һуғышсыларыбыҙға ярҙам иткәндәре өсөн районыбыҙ халҡына ҙур рәхмәтемде белдергем килә.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Тыуған төйәге менән ғорурлана
Тыуған төйәге менән ғорурлана
Автор:
Читайте нас