Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
7 Декабрь 2024, 09:22

Уҡыусылар белемдәрен күрһәтте

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың муниципаль этабы үтте

Уҡыусылар белемдәрен күрһәттеУҡыусылар белемдәрен күрһәтте
Уҡыусылар белемдәрен күрһәтте

Бөгөн, йәғни 7 декабрҙә 1-се Бишбүләк ауылының 2-cе урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада үтте. Уҡыусылар өс тур эштәрҙе башҡарып, үҙ көстәрен һынаны. 

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән 26 уҡыусы килгәйне. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, текст өҫтөндә эш башҡарҙы. Былтырғыға ҡарағанда ҡатнашыусыларҙың һаны артыуы ҡыуандыра. Был иһә уҡыусыларҙың үҙ туған теленә ихтирамын, башҡорт теле, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен тикшереп ҡарарға теләүҙәрен күрһәтә. 

Уҡыусыларың эштәрен биш кешенән торған комиссия ағзалары баһаланы, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Г.Д. Фәйрушина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Р.С. Тихонова, шулай уҡ уҡытыусылар А.М.Маликова, Ф.Ә. Ғиләжетдинова, Э.М.Мөхтәсимова, Г.Р.Ғәзизова һәр уҡыусының эшен ентекләп тикшерҙе һәм ғәел баһа бирҙе. 

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада  Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы үткәргән олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә лә индерелгән.

Уҡыусылар белемдәрен күрһәтте
Уҡыусылар белемдәрен күрһәтте
Уҡыусылар белемдәрен күрһәтте
Уҡыусылар белемдәрен күрһәтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас