в
Тамаша залында барған сара Башҡортостандың әҙип, драматург, халыҡ шағирә Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләүгә арналды.
Шиғыр конкурсында Айыт, Дим, Йылболаҡтамаҡ, Ҡаныҡай, Ҡушйылға, Уҫаҡ-Кисеү, Бишбүләк мәктәптәре уҡыусылары һынау тотто. Мостай Кәрим ижады менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа уны яратып өйрәнә һәм бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр ҙә шаҡтай булып сыҡты – 35!
Оҙаҡ йылдар туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы Муллағәлиева сараны асып, иң тәүҙә сәхнә түренә башланғыс класс уҡыусыларын саҡырҙы.
Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә тиңһеҙ әҫәрҙәр тыуҙырған яҙыусының ижад емештәрен бик күп уҡыусылар ятлаған. Иңдәрендә ҡанаттар тойған балалар бөтәһе лә тиерлек сәхнәлә үҙен иркен, ышаныслы тотто. Улар башлыса Мостай Кәримдең киң билдәле йәки мәктәп программаһына ингән әҫәрҙәренә туҡталған. ”Ҡоштар осорам", "Ҡайын япрағы тураһында", “Уҡытыусыма”, “Ләйсән”, ”Рус түгелмен, ләкин россиян мин", “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырҙар йыш яңғыраны.
Бындай конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар жюри ағзаларына яҡшы таныш. Бәйгегә ныҡлы әҙерләнеп килгән уҡыусылар “Мең ырыуҙары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән тәбрикләнде. Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов Дим урта мәктәбенең 6-cы класс уҡыусылары Абайҙуллина Лидиана һәм Ғәбиҙуллина Фидалия (етәксеһе Р.С.Тихонова), Ҡаныҡай мәктәбенән Батраев Байназар (3 кл, етәксеһе Д.М.Батраева) I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ уңышлы сығыш яһаған Бишбүләк 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Камалетдинова Альмира (7 кл, етәксеһе (З.Р.Семенова), Айыт мәктәбенән Халиҡова Лияна (5 кл, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова), Ғабдрахимова Азалия (9 кл, етәксеһе Ғимазова А.Ф.) II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Уҡыусыларҙың сығышын баһалаусы “Дим буйҙары” гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре Ләйлә Ғүмәрова Ҡушйылға мәктәбенән Ғәзизов Эмиль (4 кл, Ғәзизова Г.Р.) Бишбүләк 1-cе мәктәбенән Шәйәхмәтов Ҡадир (3 кл, етәксеһе Иванова Г.Х.) һәм Ситдиҡов Рәфил һәм Әхмәтшин Ислам (3 кл, етәксеһе З.З.Муллағәлиева), Ғәйзуллина Зилә (3 кл, етәксеһе Кинйәбаева И.Р.) Дим урта мәктәбенән Хафизова Алһыу (3 кл, етәксеһе Р.С.Тихонова), Арсен Ғилметдинов (3 кл, етәксеһе Әхмәтова Р.И.) Ҡаныҡай мәктәбенән Линар Халиҡов (3 кл, Батраева Д,М.), Бишбүләк 1-се мәктәбенән Абдрәшитова Рамина (5 кл. етәксеһе Г.Т.Ғәлимова) һәм Бишбүләк 2-се мәктәбенән Абдуллин Алмаз III дәрәжә диплом тапшырҙы.
Уҡыусылар менән осрашыуға был юлы “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов килгәйне. Ул йәш быуынды ошо баҫма менән яҡындан таныштырып, уны уҡыусыларға ла бүләк итте.
Күңелендә Мостай рухы йәшәгән, туған теленә битараф булмаған, республиканың дәүләт телен теләп өйрәнгән был уҡыусыларҙың барыһына ла “Афарин!” тибеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.