Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь , 12:59

Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана

Бөгөн, йәғни 11 декабрь, Үҙәк банк иғлан иткән яңы 1000 һумлыҡ аҡсаның символын һайлау буйынса тауыш биреүҙең һуңғы көнө.

Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана
Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй банкы яңы аҡсаның икенсе яғын биҙәү өсөн Волга буйы федераль округындағы 25 объектты һайланы. Тәҡдим ителгән варианттар араһында Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.

Әлегә «Метеор» пассажир теплоходы (118 мең тауыш), Ҡазандың Игенселәр һарайы (110 мең тауыш), Салауат Юлаев һәйкәле (99,2 мең тауыш), Һарытау автомобиль күпере (57,4 мең тауыш) алда бара.

Башҡортостан һәйкәле өсөн бында тауыш бирергә мөмкин. Һөҙөмтәләр 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә иғлан ителә.

https://www.bashinform.ru

Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана
Рәсәйҙә яңы аҡсаның символы өсөн тауыш биреү тамамлана
Автор:
Читайте нас: