Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
12 Декабрь 2024, 03:56

“Батыр улдарығыҙ өсөн рәхмәт”

Радий Хәбиров Бишбүләк районында МХОла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты.

“Батыр улдарығыҙ өсөн рәхмәт”“Батыр улдарығыҙ өсөн рәхмәт”
“Батыр улдарығыҙ өсөн рәхмәт”

Бишбүләк ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Марат Вәлишин, Александр Кузьмин, Вадим Илмурзин, Алексей Семенов, Олег Супонькин ғаиләләре менән осрашты. Улар барыһы ла үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

    Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең әсәләре һәм балаларының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Был награда  менән һәләк булған яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнде.

"Егеттәр ғүмерҙәрен Ватан өсөн бирҙеләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы һуңғы һулышына ҡәҙәр үҙ бурысын үтәне. Улар ысын геройҙарһәм беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – улар  тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау, - тине Радий Хәбиров. - Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләнегеҙ. Улар хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булдылар. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - уларҙы иҫтә тотоу, иҫәлектәрен мәңгеләштереү, ата-әсәләрен, уларҙың гаиләләрен һәм балаларын даими ҡайғыртыу, иғтибар менән уратып алыу. Махсус хәрби операция тамамланғасбеҙ һис шикһеҙ Өфөлә һәләк булған һуғышсыларыбыҙ иҫтәлегенә мемориал ҡуясаҡбыҙ".

 Төбәк башлығы әйтеүенсә, һәләк булған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү – муниципалитет башлыҡтарының тәү сираттағы бурысы.

 «Улар һеҙҙең менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, һеҙҙе төрлө сараларға саҡырырға, көнкүреш проблемаларын хәл итергә ярҙам итергә, шулай уҡ һәләк булған һуғышсылар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса сара күрергә тейеш», – тине Радий Хәбиров.

Башинформ. 

“Батыр улдарығыҙ өсөн рәхмәт”
“Батыр улдарығыҙ өсөн рәхмәт”
Автор:
Читайте нас