Бишбүләк районының ауыл биләмәләрендә 2025 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам күрһәтеү программасында (ППМИ) ҡатнашыу өсөн проект һайлау буйынса йыйылыштар һәм башҡа дөйөм халыҡ ҡатнашлығындағы саралар уҙа.
Сухоречка ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарга ярҙам” программаһында ҡатнашыуға бик яуаплы ҡарайҙар – ошо маҡсатта тейешле рәсми сараларҙан халыҡтан һораштырыу үткәрелгән, йыйындар ойошторылған. Тауыш биреү юлы менән төп йүнәлеш тә билдәләнә – ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә обелиск булдырыу.
- Беҙ, ауыл халҡы, етдиэшкә тотондоҡ. Әйтергә кәрәк, ППМИ-2025 программаһында беренсе йыл ғына ҡатнашабыҙ, шуға күрә эште башлап ебәреүе ауырыраҡ булды. Иң тәүҙә халыҡ менән һөйләшеп инициатив төркөм булдырҙыҡ, - ти Зөлфиә Ҡәйүмова.
Иницатив төркөм ун кешенән тора, уның рәйесе итеп Ҡәйүмова Зөлфиә Рәйес ҡыҙын һайлап ҡуйылған. Уның уң ҡулы - Ғәлиева Зилиә Минияр ҡыҙы, ул барлыҡ эштәрҙе социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртып бара. Тейешле документтарҙы тултырыу, халыҡтан аҡса йыйыу һәм эш барышын контролдә тотоуҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән торған инициатив төркөм һайланған. Ауыл активистары Зәкиева Лилиә, Батталова Люция, Зәкиева Альбина, Ғабдрахманова Гүзәл һ.б. ойоштороу эштәрендә ҙур ярҙам күрһәтә. Конкурста еңер өсөн уның шарттарына ярашлы мәҙәни-тәрбиәүи саралар әҙерләп, үткәреү өҫтөндә эш башланды.
Ошо көндәрҙә төркөмдөң ППМИ-2025 проектын тормошҡа ашырыу буйынса сираттағы ултырышы уҙған. Унда проект буйынса хәл итәһе мәсьәләләр ҡаралған.
- Киләһе йылда илебеҙҙә мөһим дата – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80-йыллығы билдәләнә. Беҙҙең яҡты киләсәгеҙ өсөн һуғышта ҡан ҡойған ата-олатайҙарыбыҙ исемен мәңгеләштерһәк ине, - ти, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыусылар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.
Фотолар Зөлфиә Ҡәйүмәованың шәхси архивынан.