Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбле логотибының иң яҡшы дизайнына конкурс иғлан итте.
Логотип башҡорт халҡының милли символы ҡурайҙы милли һәм халыҡ-ара кимәлдә популярлаштырыуға, Дәүләт ансамблен танытыуға һәм тамашасыларҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Еңеүсенең эше документтарҙа, рәсми сараларҙа һәм реклама материалдарында файҙаланыласаҡ. Дәүләт ансамбленең логотибы, Башҡортостандың милли символы булараҡ, коллективтың бай мәҙәни мираҫты һаҡлауға ынтылышын күрһәтергә тейеш.
«Был конкурста профессиональ дизайнерҙар, рәссамдар, шулай уҡ креатив дизайн-студиялар ҡатнаша ала. Йәшәгән урынына һәм йәшенә ҡарамайынса, айырым кешеләр ҙә, командалар ҙа ҡатнашырға мөмкин. Логотиптың дизайны үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш», — тип хәбәр иттеләр филармонияла.
Һәр ҡатнашыусынан йәки команданан ике генә эш ҡабул ителә. Конкурсҡа ғаризаларҙы 2025 йылдың 31 ғинуарына (урындағы ваҡыт буйынса киске 6-ға) тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ошо көндән һуң килгән ғаризалар ҡаралмай.
Конкурс эштәренә дизайн өлкәһендәге эксперттарҙан, рәссамдарҙан һәм Дәүләт ансамбле вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы баһалай. Еңеүсе проектты эксперт комиссияһы һайлай. Еңеүсегә 30 000 һум аҡса тапшырыла.
Еңеүсе рәсми рәүештә 2025 йылда иғлан ителә.