Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2024, 13:15

Ҡорҫаҡ йылғаһы аша күперҙә эштәр дауам итә

50,7 погон метр оҙонлоҡтағы күпер Иҙрис ауылы янындағы М5 - Шишмә - Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлында урынлашҡан.

Ҡорҫаҡ йылғаһы аша күперҙә эштәр дауам итә
Ҡорҫаҡ йылғаһы аша күперҙә эштәр дауам итә

Әлшәй районында Ҡорҫаҡ йылғаһы аша күперҙә свай ҡағыу эштәрен тамамланылар. Ҡоролмала капиталь ремонт “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса башҡарыла. 50,7 погон метр оҙонлоҡтағы күпер Иҙрис ауылы янындағы М5 - Шишмә - Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлында урынлашҡан. Был трасса популяр туристик йүнәлеш булып тора һәм юлдың терәк селтәренә инә. Ул тәбиғәт паркына һәм Асылыкүлгә илтә.

– М5 - Шишмә - Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә трассаһын һәм Ҡорҫаҡ йылғаһы аша күперҙе норматив хәлгә килтереү мөһим. Быйыл милли проект сиктәрендә 4,5 километр юл төҙөкләндерелгән, ә күперҙәге эштәрҙе 2025 йылға тамамлау күҙаллана. Һауа торошо яҡшы торһа, төҙөүселәр ригелдәр ҡора, балкаларҙы монтажлау, артабан бетонлау һәм юлға асфальт-бетон түшәү эштәрен башҡара, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Эштәр барышында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн күперҙә хәрәкәт светофор ярҙамында көйләнә.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

bashgazet.ru

 

Ҡорҫаҡ йылғаһы аша күперҙә эштәр дауам итә
Ҡорҫаҡ йылғаһы аша күперҙә эштәр дауам итә
Автор:
Читайте нас: