Башҡортостанда, ҡыштың һуңлап килеүенә ҡарамаҫтан, боҙ ҡаласыҡтарын 20 декабргә төҙөп бөтөү күҙаллана, тип хәбәр итте республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда 329 ҡаласыҡ булдырылған, 1119 шыршы ҡуйылған, 94 ҡар тауы яһалған. Өфөлә байрам майҙансыҡтары әҙер.
«План буйынса эшләйбеҙ, беҙҙең тағы өс көнөбөҙ бар, тамамларға тырышырбыҙ», – тине Ирина Голованова.
Башҡортостан Башлығы муниципалитет башлыҡтарынан эште ваҡытында тамамлауҙарын һораны.
«Аңлашыла, бығаса һауа шарттары мөмкинлек бирмәне», - тине Радий Хәбиров.