Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Декабрь 2024, 11:43

Башҡортостанда легендар лётчик-штурмовик Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды

Бөгөн, 22 декабрҙә, Илеш районында легендар летчик-штурмовик, республиканан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды.

Башҡортостанда легендар лётчик-штурмовик Муса Гәрәевкә һәйкәл асылдыБашҡортостанда легендар лётчик-штурмовик Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Башҡортостанда легендар лётчик-штурмовик Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды

Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Һәйкәл М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының яңы участкаһында – Муса Гәрәев тыуып үҫкән Иләкшиҙе ауылы эргәһендә ҡуйылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 65 саҡрымлыҡ юл Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтә.

Һәйкәл ҡуйыу идеяһын Илеш районы хакимиәте һәм «Урал буйы» юл идаралығы тәҡдим иткән. Был башланғыс Радий Хәбиров тарафынан хуплау тапҡан.

Проектты «Автобан» подрядсы компанияһы финанслаған. 

«Киләһе йылда илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Ошо мөһим дата алдынан данлыҡлы яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевкә һәйкәл асабыҙ. Беҙ республикала яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның тураһындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Бөгөн һәйкәлде асыу тантанаһының легендар геройыбыҙ тыуып үҫкән Иләкшиҙе ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан М-12 трассаһын файҙаланыуға тапшырыу менән тап килеүе айырыуса ҡыуаныслы.

Партнерҙарыбыҙға – «Автобан» компанияһына һәм «Урал буйы» Федераль автомобиль юлдары идаралығына – был проектҡа булышлыҡ иткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Скульптор Андрей Петрович Молчановскийға күркәм һәйкәл булдырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының ҡаһарманлығын һәр саҡ хәтерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Беҙҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яңы геройҙарыбыҙ ҙа айырым иғтибарға лайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, легендар яҡташыбыҙ Муса Ғайса улы Гәрәев хаҡында иҫтәлек Башҡортостан халҡының, беҙҙең ҙур, күп милләтле һәм татыу республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Барығыҙҙы ла ошо мөһим ваҡиға менән тағы бер тапҡыр ҡотлайым!», – тине Радий Хәбиров.

Легендар штурмовиктың улы Евгений Гәрәев тантанала тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.

Һәйкәлдең авторы – Рәсәй скульпторы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы Андрей Молчановский. Ул Балтийск ҡалаһындағы императрица Елизавета Петровна һәйкәле, Мәскәүҙәге маршал Сухоруков һәйкәле, Ҡырым Республикаһындағы МХО геройҙары һәйкәле кеүек сәнғәт әҫәрҙәре һәм тағы бер нисә архитектура проекты авторы ла булып тора.

«Муса Гәрәев 22-23 йәшендә генә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы була. Һуғыштан һуң республикаға хеҙмәт итеүен дауам итте, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнде. Халҡыбыҙ уны ихлас ярата һәм хөрмәт итә, уның тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Һәйкәл бик күркәм, урыны ла яҡшы. Был бит, асылда, Башҡортостанға ингән урын. Барыһы ла Башҡортостан - геройҙарҙың тыуған ере икәнен аңлар. Бик матур. Мин ҡәнәғәтмен. Бөгөн тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға – беҙ 65 километрлыҡ яңы урау юлды асабыҙ. Бөгөн буранлап торһа ла, кәйеф күтәренке», – тине Радий Хәбиров «Башинформ» журналисы менән әңгәмәлә.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда легендар лётчик-штурмовик Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Башҡортостанда легендар лётчик-штурмовик Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Башҡортостанда легендар лётчик-штурмовик Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды
Автор:
Читайте нас