Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары күптән инде изге эшкә ҡушылды. Улар бергәләшеп махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам итә. Яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре, ортопедик мендәрҙәр һәм ойоҡбаштар, ҡулайлы эске кейем, беләҙектәр, ҡоро душ һәм әйберҙәр әҙерләй.
Ошо көндәрҙәр генә киң күңелле гүзәл заттар Запорожье йүнәлешендәге ГРУ спецназының 14-се Бригадаһына гуманитар ярҙам оҙатҡан. Тыуған яҡтың шифалы үләндәрен йыйып, 864 пакет сәй һалынған посылка ебәргән.
Әлеге мәлдә улар бер нимәгә ҡарамайынса,маскировка селтәрҙәрен тиҙерәк үреп бөтөп, һалдаттарға ебәреү өсөн тырыша. Сөнки бөгөнгө көндә һәр кемдең йөрәгендә һәм телендә бер генә теләк – илебеҙгә тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған яктарына әйләнепҡайтһын!
https://vk.com/muradymovskiyck