Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
26 Декабрь 2024, 05:22

"Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы яҡшы тамамланды”

2024 йыл тамамланырга һанаулы көндәр калды. Республика ойошмалары һәм ведомстволары эш барышына йыллыҡ йомғаҡ яһай. Башҡортостан Республикаһы Табиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов  ведомство эшенә йомғаҡ яһаны.

"Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы яҡшы тамамланды”"Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы яҡшы тамамланды”
"Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы яҡшы тамамланды”

   Нияз Мансур улы ведомство эшмәкәрлегенә бағышланған интервьюһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

 - "Экология” милли проектының 6 йыллыҡ циклы яҡшы тамамлана тип әйтергә була. Республика өс федераль проектта ҡатнашты. Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Күмертау, Благовещен ҡалаларында эштәр тамамланған, 468 мең кеше тормош сифатын яҡшыртҡан, 56 гектарҙа сүплектәрҙе бөтөрөүгә ирештек. Уҙған йыл дүрт сүплек буйынса эштәр теүәлләнде, быйыл иһә Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ваҡытынан алда эштәрҙе  тамамлауға иреште. Контейнерҙар һәм контейнер майҙансыҡтары һанын дүрт тапҡырға арттырҙыҡ. Хәҙер беҙҙә 90 меңгә яҡын контейнер бар. Төбәк операторҙары һөҙөмтәле эшләй. Башҡортостан Республикаһының төньяғында йәшәүселәр сүп-сарҙы сығарыу сифатынан бик ҡәнәғәт түгел ине, беҙ ул кәртәне еңеп свға алдыҡ. Яҡынса 180 млн һум федераль аҡса йәлеп итеүгә,сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 12 700 контейнер һатып алыуға ирештек. Был эш шулай уҡ «Экология» милли прокты сиктәрендә башҡарылды. Ағымдағы йылда һыу объекттарын реабилитациялаү, йылға үҙәндәрен таҙартыу эштәре башҡарылды. Һауаның таҙа булыуына ныҡлы иғтибар бирелә.

    Сүп реформаһы башланғандан бирле 2019 йылда Башҡоротстанда 3 меңдән артыҡ сүплек бөтөрөлдө, шул иҫәптән 2024 йылда – 205. Был эшт  нескәлектәрен БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бөгөнгө көндә сүп-сар ҡалдыҡтары Башҡортостандың барлыҡ ауылдарынан ойошҡан төҫтә сығарыла. 

2024 йылда сүп-сар сығарыуҙы мониторинглау системаһына транспорт сараларын күҙәтеү функцияһы керетелде. Ҡалдыҡтарҙы туплауҙың база инфраструктураһы булдырылды. Ил Президенты тарафынан 2030 йылға ҡалдыҡтарҙы 100% сорттарға айырыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Әлеге маҡсаттарға ирешеү өсөн республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса өҫтәмә ҡеүәттәр булдырыла.

     Республикала һауа торошон мониторинглау системаһы булдырылды. Атмосфера һауаһына бысратҡыс матдәләр сығарыуҙы кәметеү маҡсатында ағымдағы йылдың ғинуарында республиканың эре предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөлдө.

    Башҡортостанда урмандарҙы тергеҙеү ҙә актив алып барыла. «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының «Экология» милли проекты сиктәрендә 2024 йылда 15,3 мең га майҙанда урмандар тергеҙелде.

   Әңгәмәнең һуңғы темаһы белорус зубрҙарының Башҡортостандағы адаптацияһы тураһында булды. 2023 йылның ғинуарында Радий Хәбиров шундай инициатива менән сығыш яһағаны. Ә инде бөгөн улар Мораҙым тарлауығында йәшәйҙәр һәм нәҫел үрсетәләр.

 "Малҡайҙар барыһы ла яҡшы хәлдә. Быйыл беҙҙә иҫтәлекле ваҡиға бар-ике зубр балаһы тыуҙы! Башлыҡтың ҡарарын көтәбеҙ, уларҙы нисек атарбыҙ", - тип йомғаҡланы ведомство башлығы.
Министрлыҡ эшенә Дәүләт Думаһы депутаты, экология, табиғи байлыҡтар һәм әйләнә-тирә мөхитте һаҡлау комитеты ағзаһы Зариф Байгусҡаров баһа бирҙе. Ул Башҡортостандың табиғәттән файҙаланыу экология министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, сөнки Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы контролдә тота.
"Минеңсә, ведомство һөҙөмтәле эшләй. Мәҫәлән, Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр беҙ сүплектәрҙе рекультивациялауға федераль аҡса алдыҡ. 2024 йылда республиканың 1,5 млрд һумлыҡ 6 эре сүплеген рекультивациялауға ирешелде. Һәм бында һүҙ проблемалы, ғауғалы нөктәләр тураһында бара. Баймаҡта кешеләр даими рәүештә янған сүплеккә зарланалар ине. Бөгөн ул урында үлән үҫә, таҙа. 5 йылдан һуң ундағы ерҙе тейешле маҡсатта файҙаланылырға мөмкин. Дәүләт Думаһы етәкселеге ҡушыуы буйынса, мин рекультивация буйынса комиссион тикшереүҙәр уҙғарҙым, етди хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланманы», тине Зариф Байгусҡаров.
Бынан тыш, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу ситуацияһын төҙәтеүҙә ҙур өлөш индерҙе, тип ышана Зариф Байгусҡаров. Дәүләт Думаһы депутаты ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия составына керә һәм шуға күрә хәлде яҡшы белә.

Фото: shoes-web.ru

"Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы яҡшы тамамланды”
"Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы яҡшы тамамланды”
Автор:
Читайте нас