Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
27 Декабрь 2024, 04:25

«Африка» ҡыҙҙыра

 Рәсәй штурм төркөмдәрен оҙатып, ДНР Геройы исемен йөрөткән МХОла өсөнсө йыл инде көн һайын hауанан дошманға снайпер ударҙарын һуғышсы яһай

«Африка» ҡыҙҙыра«Африка» ҡыҙҙыра
«Африка» ҡыҙҙыра

2022 йылдың июнендә Бишбүләк районы хәрби комиссариатынан МХОға Шайморатов батальонына һуғышырға алты китте. Улар араһында ҙур, татыу hәм күп балалы ғаиләнән егерме алты йәшлек Кесе Сиҙәк ауылы кешеһе була, ул быға ҡәҙәр армиялв башта Елань ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә, унан һуң контракт буйынса Абхазияла хеҙмәт итә. Бөгөн хәрби хәрәкәттәр зонаһында уның нисек хеҙмәт итеүе тураһында беҙ геройҙың әсәһе менән һөйләшәбеҙ.

— Мин тыумышым менән Абдуллин ҡалаһынан, — тип һөйләй Кесе Сиҙәк Мәҙәниәт йорто коллективының етәксеһе. — Әсәйем «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исемгә эйә ине hәм ҡала гимназия-мәктәбендә математика уҡытты. Ә атайым хәрби офицер  булып, отставкаға сыҡты. Әсәйем һөнәре юлынан апайым Людмила китте. Минең өлкән улым олатайым кеүек профессиональ хәрби булырға теләне, ул бөгөн МХОла «Африка» позывнойы менән хеҙмәт итә. Ул бала саҡтан уҡ компьютер уйындары — «стрелялки» уйнарға яратты hәм ул ваҡытта уҡ уның «Африка» тигән уйын логины бар ине. Был уның пульт менән идара итеүҙә  беренсе аҙымдары булды. Мәктәптән һуң Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында электромонтер булырға уҡыны. Ләкин диплом алырға өлгөрмәне, сөнки хәрби комиссариаттан повестка алды һәм армияға китте. Артабан контракт буйынса хеҙмәт итергә булды. Ул электрик һөнәре буйынса Өфөлә эшләргә өлгөрҙө.

Әңгәмәсемдең шулай уҡ энергетик булып эшләүсе яратҡан ире менән ғаилeһе ҙур: биш улы hәм бер ҡыҙы бар. Быны улар ябай ғынаитеп аңлата: ғаиләлә hис шикһеҙ ҡыҙ булыуын бик теләгәндәр. 2024 йылда әлеге парҙың ғаилә юбилейы — никахта алты ынйы бөртөгө араһында йәшәүҙең  бриллиант туйҙары булған.

— Беҙҙең атайым тыумышы менән  Түбәнге Көпрмәҙенән, ә Кесе Сиҙәктә уның апаһы ғаиләһе менән йәшәй ине. Мин йыш ҡына апайымдарҙа ҡунаҡта булдым, шунда буласаҡ ирем менән таныштым. Беҙ тиҙҙән өйләнештек, — тип дауам итә йәй көнө илле йәшлек юбилейын билдәләп үтeргә йыйынған әсәй кеше. — Өс улыбыҙ армия хеҙмәте аша батырлыҡ мәктәбен үтте. Дүртенсе улыбыҙ 2023 йылда Һамар аэрокосмос университетына уҡырға керҙе, ә иң кесеһе әлегә   Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтөүсе Бишбүләк 3-сө урта мәктәьендә уҡый. Уның оло ағаһы «Африка» отпускка ҡайтҡас, уны кесе туғаны уҡыған мәктәпкә өлкән класс уҡыусылары менән осрашыуға саҡырҙылар. Беренсе тапҡыр ялға улым Әсәйҙәр көнөнә ҡайтты, миңә ғүмеремдә иң яҡшы бүләк яһаны. Уның икенсе ялы минең тыуған көнөмә тура килде. Улым үҙенең хеҙмәт итеүе тураһында бер нимә лә һөйләмәй. Уның тураһында беҙ социаль селтәрҙәрҙән: Рәсәй hәм республика гәзиттәрендә hәм «Военный вестник» журналындағы төрлө мәҡәләләрҙән, «Россия 1», «Звезда» heм БСТ каналдарындағы яңылыҡтар тапшырыуҙарынан беләбеҙ. Барлыҡ журналистар hәм хәрби хәбәрселәр уның хеҙмәте тураһында яҡшы фикерҙәр әйтә hәм «Африка» дрон һуғышсы операторы Рәсәй ғәскәрҙәре һуғышсыларының штурм төркөмдәрен бик оҫта оҙата барыуы, hауанан ваҡытында ярҙам күрһәтеүе, дошмандың тере көсөнә теүәл снайпер ударҙары яһауы тураһында һөйләйҙәр.

Һалдаттың әсәһе улы тураһындағы яҙмалар hәм видеосюжеттар менән таныштыра. Бихисап фотографиялар, шулай уҡ улының ата-әсәләр йортонда һаҡлана торған хәрби бүләктәре йылы хистәр тыуҙыра. Былар — Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «М. Шайморатов», «Һуғышсан батырлыҡ өсөн», «Һуғышсан батырлыҡ өсөн БПЛА операторы», «ДНР Геройы Йондоҙо» миҙалдары.

— 2024 йылдың 9 ноябрендә Герой көнөндә улыма тантаналы шарттарҙа ДНР башлыгы Денис Пушилин юғары бүләк — ДНР Геройы йондоҙон тапшырҙы, — тип уртаҡлаша һалдаттың әсәһе. — Миңә Әсәйҙәр көнөнә Донецк Халыҡ Республикаһының Бахмут тораҡ пунктынан ысын патриот hәм Ватанды һаҡлаусы һуғышсы тәрбиәләгән өсөн батальон командирынан Рәхмәт хаты килде. Хатта командиры «Африка» идара иткән «ҡоштар»ҙың дошманды нисек ҡурҡытыуҙары тураһында уртаҡлашты. Ул хәрби хәлде контролдә тота белә, пилотһыҙ осҡостар  менән эшләү өсөн яуап бирә, күрше батальондағы хеҙмәттәштәренәярҙам итә. Улым даими рәүештә шыотыратып тора. Беҙ уның өйгә әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Владимир СМОЛОВ.

«Африка» ҡыҙҙыра
«Африка» ҡыҙҙыра
Автор:
Читайте нас