Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Декабрь 2024, 06:39

Ғаилә— ул беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Әлфир менән Гүзәл Низаметдиновтар ғаиләһе үҙ-ара аңлашып йәшәй

Ғаилә— ул беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһеҒаилә— ул беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе
Ғаилә— ул беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе

Ғаилә — ул кешелә булырға мөмкин булғандың иң ҡиммәтлеһе. Низаметдиновтарҙың ғаилә тормошо үҙ-ара аңлашыуға һәм ихтирамға ҡоролған. Өйҙә, әлбиттә, атай кеше — ул хужа, ул ғаиләне туйындырыусы. Ә әсәй — ғаилә усағын һаҡлаусы. Улар Әлшәй районының Никифар ауылында 2009 йылда танышҡан.

— Мин «Ҡарлуғас» шифаханаһына фельдшер булып эшкә килдем, буласаҡ ирем менән шунда таныштыҡ. Быйыл 4 декабрҙә ғаилeбеҙгә 15 йыл тулды, — ти Гүзәл. — Уға тиклем мин Бишбүләк район үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләнем. Хәҙерге ваҡытта ашығыс ярҙам фельдшеры, ирем вахтала эшләй. Эштән тыш ваҡытта автомобиль ремонтлау менән дә мауыға — күберәк автоэлектрика буйынса.

Низаметдиновтарҙың уртаҡ мауығыуҙары бар — аусылыҡ, балыҡ тотоу, тәбиғәттә ял итеү һәм сәйәхәт. Әлфир менән Гүзәл бер ҡыҙ һәм малай үҫтерә. Диана бишенсе класта уҡый, ә улдары — беренсе класс уҡыусыһы.

— Ғаилә хәле буйынса беҙгә Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылындағы ата-әсә йортона күсенергә тура килде. Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбендә уҡыған балалар Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенә уҡырға күсте, әле лә шунда уҡыйҙар, — тип дауам итә Гүзәл. — Ғаиләм, балаларым hәм мине яратҡан ирем булыуға мин бик шат. Сөнки ғаилә — теләһә ҡайһы йәмғиәттең төп ҡиммәте. Был — ныҡлы йортобоҙ, балаларыбыҙ, был беҙҙең таянысыбыҙ, был — иң кәрәкле әйбер. Тулы ғаилә булдырыу — еңел түгел, ләкин hәр кемгә кәрәкле эш.

Рузанна ХӘБЕТДИНОВА.

Фото ғаилә архивынан.

Ғаилә— ул беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе
Ғаилә— ул беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе
Автор:
Читайте нас