Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Декабрь 2024, 07:07

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең балалары ҙа пособие аласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсирлеккә алынған йәиһә хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балаларына ла айлыҡ социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоронда.

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең балалары ҙа пособие аласаҡХәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең балалары ҙа пособие аласаҡ
Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең балалары ҙа пособие аласаҡ

"Хәрбиҙәрҙең айырым категориялары балаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары күрһәетү маҡсатында ҡарар итәм: 1. МХОла ҡатнашыу осоронда, йә территорияларҙа террорсылыҡҡа ҡаршы операция уҙғарғанда йәиһә Сүрия Ғәрәп Республикаһы территорияһында махсус бурыстарҙы үтәгәндә әсирлеккә алынған йәиһә хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына Рәсәй Федерацияһы субъектында (балаларҙың йәшәү урыны буйынса) билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумы күләмендә айлыҡ социаль түләү билдәләргә", — тиелә документта.
Был социаль пособие башҡа түләүҙәргә йоғонто яһамаясаҡ. Айлыҡ түләү командир приказында күрһәтелгән әсирлек йәиһә хәбәрһеҙ юғалыу датаһы менән билдәләнәсәк, ләкин 2024 йылдың 1 декабренән дә иртәрәк түгел.
Сығымдарҙы финанслау - Рәсәй Хөкүмәтенә, пособие билдәләүҙең һәм аҡсаларны түләүҙең конкрет тәртибен билдәләү башҡарма власть органдарына йөкмәтенгән.

Указ уға ҡул ҡуйылған көндән - 2024 йылдың 26 декабренән үҙ көсөнә керҙе.

Башинформ

 

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең балалары ҙа пособие аласаҡ
Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең балалары ҙа пособие аласаҡ
Автор:
Читайте нас