-16 °С
Болотло
Йылдарымда бик аҙ айырма…
Яңы йылым! Күпте һорамайым:
Иҫке бәхетемдән айырма!
…Һау-сәләмәт булһын яҡындарым,
Эшем булһын, булһын ашым да,
Донъям артып торһон, йән киҫәгем
Балҡып торһон гелән ҡаршымда.
Элеккесә йортом ҡотло булһын,
Ишле булһын әйҙә мал-тыуар!
…Иҫке декабрҙе этеп-төртөп,
Тапап килә яңы ғинуар!
Кемгә яңы кәрәк – һораһындар!
Күңелемде бер үк аҙҙырма!
Өҫтәп бәхет бирһәң, ризамын, тик
Иҫке бәхетемдән яҙҙырма?!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.