Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2024, 12:26

Ял итеү мөмкинлектәре арта

“Шүлгәнташ” ҡурсаулығы янында тюбинг трассаһы асылды

Ял итеү мөмкинлектәре арта
Ял итеү мөмкинлектәре арта

Ҡышҡы ялдарҙы һәм байрамдарҙы ғаилә менән күңелле үткәреү йәки оҙон эш көндәренән һуң саф һауала рәхәтләнеп ял итергә теләүселәр өсөн күтәргесле тюбинг трассаһы асылды. Йәш шәхси эшҡыуар Рәнис Йәнбирҙин төҙөткән ял итеү урыны “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына боролған ерҙә урынлашҡан.Тюбинг трассаһын асыуҙа район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин, иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары Артур Ғәлин һәм Йәнбирҙиндарҙың шатлығын уртаҡлашырға ашығыусы район халҡы ҡатнашты.Изге теләктәр әйтеп ал таҫмалар киҫелгәс, йыйылған халыҡ тюбинг шыуырға юлланды. Шуныһы рәхәт, тауға ҡарай арып-талып атлап менеү юҡ, механик ҡоролма ярҙамында тюбингтарға ултырып ҡына күтәрелделәр.Ял итеү урынында тау шыуыуҙан тыш, бананда йөрөү, өшөп китһәң, инеп сәй эсеп, тәмлекәстәр ашап йылынып алыу өсөн кафе ла булдырылған.

https://bashgazet.ru/

Ял итеү мөмкинлектәре арта
Ял итеү мөмкинлектәре арта
Автор:
Читайте нас: