-16 °С
Болотло
Яңы, 2025 йылдың тәүге көнөндә Башҡортостанда көслө, урыны менән, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә -4, -9°с,көндөҙ 0, -5°с.Был хаҡта Башгидромет хәбәр итә.
Киләһе көндәрҙә ҡар яуыуын дауам итәсәк. 2 ғинуарҙа температура үҙгәреүсән буласаҡ: төндә -8,-13°С, аяҙытҡанда -18°С, көндөҙ +1,-4°С тиклем һыуыта.
Башинформ