Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар , 16:41

Роботты башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәләр

Вуз-ара кампустың VR-технологиялар һәм робот техникаһы лабораторияһында студенттар үҙҙәре өйрәнеп кенә ҡалмай, ә роботтарҙы өйрәтә лә.

Роботты башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәләр
Роботты башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәләр

Мәҫәлән, машиналар кампус буйлап гид функцияларын үтәүҙән тыш тыш, уның тураһында башҡорт телендә һөйләй ҙә ала.

– Был белем биреүҙә лә, һөнәри йүнәлеш биреүҙә лә ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙҙең робот абитуриенттарға юғары уҡыу йорто тураһында һөйләй, уларҙың факультеттар тураһында һорауҙарына яуап бирә һәм ҡыҙыҡлы факттар тураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн беҙ база булдырҙыҡ. Шулай уҡ уны даими тулыландырабыҙ һәм яңыртабыҙ, – тине ӨДНТУ-ның VR-технологиялар һәм робототехника лабораторияһының кесе ғилми хеҙмәткәре Андрей Бодылев. – Беҙ роботты теләһә ниндәй телдә, хатта, мәҫәлән, башҡорт телендә һөйләшергә һәм яуап бирергә өйрәтә алабыҙ.

ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбе студенттары робот ярҙамында бындай техниканың программалауын, функционалын һәм программа тәьминәтен әүҙем өйрәнә. Яҙғы семестрҙа белем биреү процесы дауам итәсәк. Уҡыуға  ӨДНТУ-ның “Сервис роботтарын программалау һәм идара итеү” һанлы кафедраһы программаһы буйынса уҡыусылар ҡушыласаҡ.

Дәрестәр “Университеттың белем биреү һәм һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлегенә Promobot уҡыу комплексын индереү” проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Роботты башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәләр
Роботты башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәләр
Автор:
Читайте нас: