Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
4 Ғинуар 2025, 10:05

Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре

Йыһазландырылмаған битләүҙә, шулай уҡ тимер юл ҡырында һәм автомобиль юлы эргәһендә санала йәки тюбингта шыуырға ярамай. Йәрәхәтләнеүегеҙ йәки бәхетһеҙ осраҡҡа юлығыуығыҙ ихтимал.  

Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләреТауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре
Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре
 

❄ Тауҙан шыуғанда тағы ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк?

 

- Ҡорамалдарығыҙҙың төҙөклөгөн тикшерегеҙ.

 

- Шыуып төшөр алдынан юлдың буш булыуына һәм аҫта кеше юҡлығына инанығыҙ.

 

- Юлығыҙҙа сана, тюбингҡа зыян килтерерҙәй соҡорҙарҙың, ҡалҡыулыҡтарҙың, таш һәм ботаҡтарҙың юҡлығын тикшерегеҙ.

 

- Ултырып ҡына шыуырға кәрәк.

 

- Тюбингта шыуһағыҙ, махсус ҡайышҡа тотоноғоҙ.

 

- Шыуып төшкәс, мөмкин тиклем тиҙерәк трассанан китегеҙ.

 


❌ Тауҙан шыуған ваҡытта нимә эшләргә ярамай?

 

- Бәләкәй балаларға өлкәндәрһеҙ шыуырға.

 

- Аяҡ өҫтө баҫырға йәки һикерергә.

 

- Боҙ юлы аша сығырға.

 

- Тауҙан баш менән алға табан шыуырға.

 

- Бер юлы бер нисә кешегә ҡоролмаға ултырырға, юғиһә барыһының да осоп ҡалыуы ихтимал.

 

- Саналарҙы һәм «ватрушка»ларҙы паровоз итеп бер-береһенә беркетергә – был осраҡта ҡоларға мөмкин.

 

- Ҡорамалдарҙы транспорт сараһына, мәҫәлән, ҡаргиҙәргә һәм автомобилгә бәйләргә.

 

- Алкоголь эскән килеш шыуырға.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре
Тауҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләре
Автор:
Читайте нас