Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы нигеҙендә “Фән һәм университеттар” милли проектының (национальный проект “Наука и университеты”) “Өҫтөнлөк-2030” программаһына ярашлы, предприятиелар эшендә пилотһыҙ осоу аппараттары менән ҡулланыу буйынса курстар ойошторолған.
Бындай уҡыу сараһы беренсе тапҡыр республика кимәлендә үткән. Курстар хаҡында вуздың рәсми сайтында хәбәр ителә.
Өс аҙна буйы 50-нән ашыу тыңлаусы – студенттар һәм төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, осоусы аппараттарҙы йыйыу, әҙерләү һәм уларға идара итеүҙе өйрәнгән. Рәсәйҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын эксплуатациялауға ҡағылышлы хоҡуҡи нормаларҙы өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленгән.
Теориянан тыш, ғәмәли өлөш тә үткәрелгән: вуз-ара кампуста пилотһыҙ осоу аппараттарының бөтә төрҙәре лә бар, ә монитор экраны аша уларға идара итеүҙе, мониторинг буйынса маршрут төҙөүҙе өйрәнергә мөмкин булған.
Уҡыуҙар аҙағында һәр кем квалификацияһын күтәреү буйынса танытма алған. Киләһе курстарға йыйыу ғинуар-февраль айҙарында көтөлә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Фән һәм университеттар” милли проекты Рәсәй Президенты В.В. Путиндың указы буйынса тормошҡа ашырыла башланы.
Сығанаҡ: usptu.ru/index.php/ru/news