Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ғинуар , 22:55

Радий ХӘБИРОВ: “Зубрҙарҙың икенсе ҡышы”

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында туристар зубрҙарҙы күрә ала. 

Радий ХӘБИРОВ: “Зубрҙарҙың икенсе ҡышы”
Радий ХӘБИРОВ: “Зубрҙарҙың икенсе ҡышы”

2023 йылда Башҡортостан Республикаһына «Беловежская пуща» Милли паркынан Беловеж популяцияһының 18 зубры килтерелде. «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы билмәмәһе уларҙы үрсетеү өсөн иң ҡулайлыһы тип билдәләнде. Беренсе быҙау быйыл июндә донъяға килде. Көҙгөһөн фототоҙаҡҡа тағы бер быҙау эләккән. Зубрҙар Башҡортостан Республикаһының Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция хеҙмәткәрҙәренең иғтибар үҙәгендә. Даими мониторинг алып барыла, мал аҙығы килтерелә.

Әлеге ваҡытта «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында зубрҙар бер нисә төркөмгә бүленгән. Беренсеһе күрһәтеү вольерында урынлашҡан өс өлкән инә һәм бер бәләкәй быҙауҙан тора. Башҡа төркөмдәр ирекле рәүештә көтөүҙә тәбиғи йәшәү шарттарына яҡынлаштырылған вольерҙа тора.

Уларҙың береһе яңыраҡ карантин вольерында туҡландырыу майҙансығына килгән һәм квадрокоптерҙың видеоһына теркәлгән. Төркөм туғыҙ өлкән зубрҙан һәм дүрт быҙауҙан тора. Башҡа зубрҙар әлеге ваҡытта парктың көнсығыш сигендә урынлашҡан, Ҡушйылға менән Ямашлы йылғалары буйын үҙ иткән.

Зубрҙарҙы аҫрау, ашатыу, ветеринар хеҙмәтләндереү һәм т мониторинглау мәсьәләләре буйынса Белоруссиялағы хеҙмәттәштәребеҙ менән үҙ-ара конструктив эш итеүҙе дауам итәбеҙ.

Артабан Башҡортостан Республикаһында Ағиҙел популяцияһы зубрҙарын үрсетеү буйынса саралар комплексын дауам итергә ниәтләйбеҙ.

Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре селтәрен үҫтереү һәм уникаль тәбиғәт урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн кешенең тәбиғәткә бик аҙ ҡыҫылыуы, ойошҡан рәүештә генә килеү өсөн шарттар булдырыла. Шуға бәйле быйыл көҙ «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында «Зубр һуҡмағы буйлап» маршруты буйынса хайуандар туҡтаған урынға экскурсиялар ойоштора башланыҡ.

Туристарға Мораҙым тарлауығының ҡырағай тәбиғәт шарттарында ял итергә тәҡдим итәләр. Хәҙер ҡунаҡтар вольер хужалығында зубрҙарҙың йәшәүен күҙәтә ала. «Зубр һуҡмағы буйлап» маршрутында ҡунаҡтар һәм ял итеүселәр өсөн Оло Ыҡ йылғаһы аша сығыу өсөн йәйәүлеләр күпере һалынды.

Белешмә өсөн:

Зубрҙар ҡырағай фаунаның юғала барған төрө булараҡ Рәсәйҙең ҡыҙыл китабына индерелгән. Башҡортостанда ошо йәнлектәр популяцияһын булдырыу башланғысы менән республика Башлығы Радий Хәбиров сыҡты. Башҡортостанда зубрҙар һанын арттырыу һәм был өлкәлә Белорусь менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә 2023 йылдың ғинуарында Башҡортостан делегацияһының дуҫ илгә сәфәре барышында өлгәшелде.

Фото Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.

https://bashgazet.ru

Радий ХӘБИРОВ: “Зубрҙарҙың икенсе ҡышы”
Радий ХӘБИРОВ: “Зубрҙарҙың икенсе ҡышы”
Автор:
Читайте нас: