Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар , 14:44

Алға өмөт менән ҡарап

Бикҡол ауылынан шәхси эшҡыуар Олег Ибраһимов эдильбай тоҡомло һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә

Алға өмөт менән ҡарап
Алға өмөт менән ҡарап

Ит йүнәлешендәге курдюк тоҡомло һарыҡтар үрсереү һәм аҫрау буйынса һыналған тәжрибәгә эйә булып, 2025 йылда был ғинуар көндәрендә ирле-ҡатынлы Олег hәм Таңһыылыу Ибраhимовтар башҡорт ауылы Бикҡолда йәшәйҙәр.

— Киләсәккә өмөт менән 2013 йылда Бикҡол ауылына күсенеп килдек, — тип һөйләй Олег Владимирович. — Мин Ырымбур өлкәһенең Нәүрүз ауылында тыуып үҫтем, ә минең ҡатыным тыумышы менән күрше Ҡаныҡай авылынан. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә бизнес менән, атап әйткәндә, һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнергә урындағы фермер Булат Ноғоманов кәңәш итте, ул баҡса еләге үҫтерә башлағас, районда hәм унан ситтә киң танылыу алды. Ә бит ул үҙе лә ҡасандыр шәхси эшен һарыҡ үрсетеүҙән башлаған hәм шунан һуң ғына параллель рәүештә еләк үрсетергә тотонған. Мин уның ҡул аҫтында эшләнем. Физик эшкә бала саҡтан уҡ өйрәнгәнмен. Бар эшендә ярҙам иттем: көтөүсе лә, тракторсы ла булып эшләнем.

2021 йылда оҙаҡ уйланыуларҙан һуң Олег Ибраhимов, тамам «өлгөрөп», үҙ эшен рәсмиләштерергә ҡарар итә. Шулай итеп, ул шәхси эшҡыуар була, һарыҡ аҫрай башлай. Башта эдильбай тоҡомло 25 баш һарыҡ һатып алына. Был тоҡомло һарыҡтар сыҙамлы hәм табиғи шарттарға яҡшы яраҡлаша. Эдильбай тоҡоноң ит-май продуктивлығы гиссар тоҡомло һарыҡтарҙан бер аҙ ҡалыша, ләкин йонөнөң оҙонлоғо һәм сифаты яғынан улар шаҡтай юғары.

— Был эре ит тоҡомло һарыҡтар. Уларҙың ите тәмле, ә бик файҙалы курдюк майының бер ниндәй ҙә еҫе юҡ. Шуға күрә һорау, нигеҙҙә, иткә түгел, ә шифалы һарыҡ майына күберәк, — тип һөйләй Бикҡолдан һарыҡ аҫраусы. — Бөгөнгө көндә һарыҡ аҙбарында 100 баш мал бар. Һарыҡтар йылына бер тапҡыр бәрәсләй. Күберәк ғәҙәттә мартта көтөлә.  Батыр исемле тәкә бик яҡшы аталандырыусы hәм көтөүҙең башлығы. Ырымбурҙа тыуған ауылыбыҙҙа беҙ ата-әсәйем менән күберәк кәзә үрсеттек. Кәзә шундай хайвуан ул: бәйҙә саҡта бәләкәй бала шикелле илый, ә иреккә ебәрһәң, күршеләр менән әрләш-талаш бөтмәй. Кәзәне күҙҙән ысҡындырырға ярамый. Һарыҡ үрсетеү менән эш бөтөнләй башҡа. Һарыҡтар ҡурҡаҡ, ләкин бик күндәм. Әммә һарыҡ үрсетеүҙә лә проблемалар етeрлек. Беҙҙә барлыҡ аҙыҡ һатып алына. Быйыл Бикҡол ауыл советы администрацияһы менән көтөүлектәр hәм бесән әҙерләү өсөн ер алырға иҫәпләйбеҙ. Ауыл советы башлығы Ришат Әхмәтшин гел ярҙам итә. Киләсәктә беҙ ҡатыным менән һарыҡтар һанын 2000-гә еткерергә теләйбеҙ, бының өсөн ауыл ситендә һарыҡ аҙбары төҙөргә ниәтләйбеҙ.

Чабандың тоғро ярҙамсыһы — уның ҡатыны Таңһылыу Кәбир ҡыҙы, ул ауыл тормошоноң көндәлек ауырлығынан зарланырға өйрәнмәгән. Ханым һарыҡтарҙың йөнөн алыу һәм күпләп бәрәсләү ваҡытындағы көсөргәнешле осорҙы ғына телгә алды. Бында бәләкәй бәрәстәрҙе, кескәй бала ҡараған кеүек, айырым ҡарау кәрәк. Әсәнең йөрәге барыһынан да бигерәк Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән hәм бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һөйөклө улы өсөн борсола.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

Алға өмөт менән ҡарап
Алға өмөт менән ҡарап
Автор:
Читайте нас: