Ғаилә йылында республикала йәшәгән 306 ата-әсәгә Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды. Алты әсә хеҙмәттәре өсөн иң юғары наградаға – “Герой әсә” орденына лайыҡ булды.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республика ғаиләләре Бөтә Рәсәй конкурстарында ла үҙҙәрен һынатмаған. Өфө ҡалаһынан Ғәйнетдиновтар, Фәйзуллиндар ғаиләләре илдең иң ҙур ҡоласлы “Был беҙҙең ғаиләнән” конкурсында еңеү яуланы.
Округ ярымфиналында республиканан 53 ғаилә командаһы сығыш яһаны. Благовар районынан Яҡуповтар ғаиләһе “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеп сығып, Башҡортостан данын яҡланы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илдә демографик хәлде яҡшыртыу, тыуымды һәм күп балалыҡты яҡлау, ғаиләләрҙең тормош кимәлен күтәреү – өҫтөнлөклө дөйөм милли маҡсат. Үткән йылда ғаиләнең абруйын һәм статусын күтәреү буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Ғаилә социаль ярҙам сараларын өс баланың өлкәне балиғ йәшкә еткәнсегә ҡәҙәр йәки 23 йәшкә тиклем (уҡыуҙы көндөҙгө бүлектә дауам иткәндә) алырға хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта республикала күп балалы ғаиләләргә берҙәм өлгөләге танытмалар тапшырыу буйынса эш бара. Шулай уҡ был документты электрон рәүешендә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында алырға мөмкин.
Республикала бына бишенсе йыл инде социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү уңышлы дауам итә. Былтыр 3450 контракт төҙөлгән. 2025 йылда бындай ярҙам сараһын алыуҙа күп балалы ғаиләләр өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ.
2025 йылдың 1 ғинуарынан илдә “Демография” милли проектының киңәйтелгән дауамы булған яңы “Ғаилә” проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ул илдә тыуымды арттырыуға һәм ярлылыҡты кәметеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта 2024 йылдың 29 февралендә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил Президенты Владимир Путин иғлан итте.
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
bashgazet.ru