Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар , 13:24

Уҡыусыларыбыҙ төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланы

Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде

Уҡыусыларыбыҙ төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланы
Уҡыусыларыбыҙ төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланы

9-10 ғинуарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Унда Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы мәктәптәренән 316 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙ белемдәрен һынаны. Улар өс турҙан барған сәмле ижади ярышта ҡатнашып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбатланы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиада Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 39-cы тапҡыр ойошторолдо. Бишбүләк районынан бәл мәртәбәле бәйгелә өс уҡыусы ҡатнашты. Дим урта мәктәбенән 10-cы класс уҡыусыһы Шәймәрҙәнова Алина, 11-се класс уҡыусыһы Казанцев Айгизәр (етәксеһе Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова), Ҡушйылға урта мәктәбенең  9-cы класс уҡыусыһы Кәримова Зарина (етәксеһе Ғәзизова Гүзәл Рәфил ҡыҙы) район кимәлендә еңеү яулап, республиканың һайлап алыу этабын үтеп, төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Уларҙың барыһы ла юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Уҡыусылар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ. Артабан да телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа алдынғылар рәтендә булығыҙ!

Уҡыусыларыбыҙ төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланы
Уҡыусыларыбыҙ төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланы
Уҡыусыларыбыҙ төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланы
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: