Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
14 Ғинуар 2025, 12:04

Диана Арыҫланова музыкаға ғашиҡ

Бишбүләк ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы Диана Арыҫланова бала саҡтан уҡ әсәһенең баянда уйнауын яратҡан

Диана Арыҫланова музыкаға ғашиҡДиана Арыҫланова музыкаға ғашиҡ
Диана Арыҫланова музыкаға ғашиҡ

Ауылда тыуып үҫкән өлкән быуын кешеләре өсөн иң яратҡан музыка ҡоралдары булып гармун hәм баян һанала. Совет осоронда уларҙың ғәҙәттәгесә матур моңло ауаздары аҫтында зәңгәр экрандан да, радиоларҙан да, Мәҙәниәт йорттарының, ауыл клубтарының сәхнәләренән дә, хатта кистрен ҡапҡа төптәрендә лә, ауыл ситендә лә йырҙар яңғыраған. Бигерәк тә к-п кенә туйҙар hәм ғаилә байрамдары әлеге яратҡан халыҡ уйын ҡоралдарынан башҡа үтмәгән. Тап бына гармун hәм баян ярҙамында халыҡ йырҙары беҙҙең көндәргә ҡәҙәр килеп еткән hәм бик яҡшы һаҡланған. Гармунсы иһә ауылда беренсе егет һаналған. Ә инде гармунсы бөтөнләйй булмаһа ла, халыҡ көйҙәрен бик оҫта уйнай белеүсе берәр ҡыҙ табылған. Ошоға ҡәҙәр ауылдарҙа, кәрәкле төймәләргә ҡарамайынса баҫыусы, гармун күректәрен һуҙа белеүсе һөйкөмлө әбейҙәребеҙ бик һирәк булһа ла. осрай әле. Айырыуса, сәхнәгә баян йәки гармун менән сыҡҡан йәш ҡыҙҙар ихтирам уята.
— Беҙҙең ябай, әллә ни иғтибарга лайыҡ булмаған ғаиләлә атайым менән әсәйемдең дүрт балаһы бар: ике улдары hәм ике ҡыҙҙары, мин — иң кесеһе, — тип, һөйкөмлө йылмайып, үҙенең музыкаль тарихын һөйләй башлай Бишбүләк ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең баян класы буйынса педагог Диана Арыҫланова. — Әсәйебеҙ Зөлфиә Әнәс ҡыҙы — бик яҡшы баянсы. Ул һөләтле, үҙ тырышлығы менән өйрәнгән кеше. Ғаиләбеҙҙә барыһы ла баянға hәм музыка ҡоралдарына битараф ҡарай. Ләкин төймәләргә баҫҡас, сыҡҡан баян ауазлдары мине һоҡландырҙы. Мин бала саҡтан уҡ музыкант булырға теләнем. Пианистка булырмын, тип уйлағайным, ләкин берҙән-бер көндә ҡапыл баянсы булырға теләнем. Һәм булдым да. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында мәктәпте тамамлағас, Салауат музыка мәктәбенә
уҡырға индем. Артабан Заhир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын баян класы буйынса тамамланым. Күп тапҡыр төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, хатта уңышлы сығыш яһаным, уларҙа призлы урындар яуланым.

Музыка училищеһында уҡығанда уҡ уға бер егет — ҡурайсы булырға уҡыған ауылдашы Илгиз Арыҫланов гашиҡ булған. Сәнғәт институтында ла йәш музыканттар бергә уҡыған. Өсөнсө курста уҡығанда, улар Мендельсон маршы аҫтында студент туйы үткәргән. Тиҙҙән йәштәрҙең ҡыҙҙары Эмилия тыуған. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Диана бер йыл  Өфө балалар музыка мәктәбендә эшләгән.
—Ирем үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙға ҡайтырға теләне, — тип дауам итә йәш музыка уҡытыусыһы. — Был 2023 йыл ине. Миәкә районында беҙгә эш булманы, уның ҡарауы Бишбүләктә беҙҙе шатланып ҡаршы алдылар. Икебеҙгә лә эш тә, яҡшы тораҡ та, дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙ өсөн балалар баҡсаһы ла табылды. Уңайҙан файҙаланып, район хәкимиәтенә, мәҙәниәт бүлегенә, Балалар мәктәбе етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Мин инде йыл ярым эшләнем. Минең баян класында ете йәштән алып 12 йәшкәсә ете бала уҡый. Был әлегe беренсе hәм икенсе кластар. Баяндан тыш, үҙемдең һәм башҡа кластарҙа музыка тыңлау үткәрәм. Был баянда төрлө музыкаль әҫәрҙәрҙе яңғыҙ башҡарыу ҙа, танылған композиторҙарҙың классик музыкаһы ла, hәм тағын өҫтәүенә, музыка әҙәбиәте лә. Миңә эшем оҡшай. 2024 йыл аҙағында федераль программа буйынса мин «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» грантын алдым. Биш йыл дауамында намыҫлы эшләйәсәкмен, миңә күрһәтелгән юғары ышанысты аҡларға кәрәк. Беҙ инде балалар менән «Йәш музыканттар» конкурсына ныҡлап әҙерләнәбеҙ, ул республика баш ҡалаһында 2025 йылдың февралендә үтәсәк. Яҡын киләсәктә уҡыусыларыбыҙҙы баянда уйнау буйынса яҡшы дәрәжәгә сығараһым килә.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.

 

Диана Арыҫланова музыкаға ғашиҡ
Диана Арыҫланова музыкаға ғашиҡ
Автор:
Читайте нас