15 ғинуарҙа Рәсәйҙә ҡышлаусы ҡоштар Көнө билдәләнә. Был үҙенсәлекле көндә беҙ ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрә алабыҙ, сөнки улар йылдың һалҡын миҙгелендә лә беҙҙең менән ҡала.
6 "б" класы уҡыусылары мәктәп ихатаһында тағараҡтар элгән һәм ҡоштарғатигән һый-ниғмәт менән тултырған. Хәҙер беҙҙең ҡанатлы күршеләребеҙ аҙыҡ менән тәьмин ителәсәк һәм ҡышҡы һыуыҡтарҙы еңелерәк кисерә аласаҡ.
Беҙгә ҡушылығыҙ! Әгәр һинең тағарағың юҡ икән, һин уларҙы ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән үҙең дә эшләй алаһың. Был ҡоштарға ярҙам итеү һәм файҙалы ваҡыт үткәреү өсөн бик яҡшы ысул. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡышты бәләкәй дуҫтарыбыҙ өсөн бер аҙ йылыраҡ итәйек.
https://vk.com/bssh2