Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
18 Ғинуар 2025, 14:24

Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл

Аҙнай ауылы китапханаһында башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәрен бөгөн дә яратып уҡыйҙар

Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йылЯныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл
Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл

Яныбай Хамматовтың бала сағы еңелдән булмай, бик иртә ата-әсәһен юғалта. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Инйәр мәктәбендә уҡый. Йәй айҙарында иптәштәре менән алтын йыуа. Хеҙмәт юлы ла Исмаҡайҙа башлана. 1942 йылда 17 йәшендә хеҙмәткә китә. 

1942 елның авгусында Яныбай Хамматов Ҡыҙыл Армияға алына. Һарытау өлкәһенең Вольск ҡалаһында уҡыу-уҡытыу полкында әҙерлек үтә. 1942 йыл аҙағында бомбага тотоу ваҡытында ҡаты контузия ала, ярты йылға яҡын госпиталдәрҙә дауалана. Артрабан Орскиҙа кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында II дәрәжә Ватан Ордены һәм бик күп миҙалдарға лайыҡ була. Һуғыштан һуң Әүжән приискаһында эшләй, район гәзитенә әүҙем яҙыша. 

40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында башлап әҫәрҙәре баҫыла башлай. Беренсе хикәйәләре старателдәр тураһында була.  Яныбай Хамматов егермегә яҡын роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйә яҙа.

Аҙнай ауылы китапханаһында ла күренекле башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәре төп урынды биләй. Әҙиптең «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда» романдарын, "Ҡара яу", "Башҡорттар китте һуғышҡа" кеүек әҫәрҙәрен заманында кемдәр генә яратып уҡыманы икән?! “Тыуған көн” биографик әҫәрен дә йотлоғоп уҡырлыҡ. 

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов “РСФСРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. 1994 йылда яҙыусыға Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла. Ул шулай уҡ М. Аҡмулла, Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты ла. 

`

Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл
Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл
Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл
Автор:Гумерова Л
Читайте нас