Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
21 Ғинуар 2025, 04:29

50 тораҡ пунктта база станцияларын эшләтеп ебәреү планлаштырыла

Башҡортостанда “Мәғлүмәттәр иҡтисады” яңы милли проектын тормошҡа ашырыу башланды.

50 тораҡ пунктта база станцияларын эшләтеп ебәреү планлаштырыла50 тораҡ пунктта база станцияларын эшләтеп ебәреү планлаштырыла
50 тораҡ пунктта база станцияларын эшләтеп ебәреү планлаштырыла

Башҡортостанда “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” тип аталған “Дәүләттең мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы трансформациялау” яңы милли проектын (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) тормошҡа ашырыу башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.

Яңы милли проект башлыса Ватан программа тәьминәтенә күсеүҙе, көндәлек ҡарарҙарын һәм һанлы платформаларҙы киң ҡулланыуҙы, шулай уҡ яһалма интеллект ҡулланыу иҫәбенә күп эшмәкәрлек төрҙәрен автоматлаштырыуҙы тәьмин итәсәк.

– Бөтә йорт хужалыҡтарының тиерлек сифатлы киң һыҙатлы интернетҡа тоташтырыу планлаштырыла. Бында беҙҙә яҡшы нигеҙ булдырылғанЭлемтәне үҫтереү буйынса инфраструктура проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла, мәғлүмәт системалары һәм сығанаҡтары, мөһим инфраструктура объекттары хәүефһеҙлеге тәьмин ителә. Алдынғы һанлы ҡарарҙар индереү һәм Республикаға идара итеү үҙәген үҫтереү дауам итә, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

“Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектында (национальный проекте “Экономика данных”) өс төбәк проекты айырып күрһәтелгән: “Ватан ҡарарҙары”, “Социаль өлкә тармаҡтарында һанлы платформалар”, “Һанлы дәүләт идаралығы”. Социаль өлкә тармаҡтарында һанлы платформалар” проекты сиктәрендә яҡынса бер миллиард һум күләмендә төп федераль финанслау үткәрелә һәм мәғариф учреждениеларында сифатлы һәм хәүефһеҙ ИТ-инфраструктура булдырыуға йүнәлтеләсәк.

– Яңы милли проект сиктәрендә эшмәкәрлеккә өҫтәпреспубликала тораҡ пункттар өсөн элемтә тәьмин итеү буйынса эш дауам итә. Быйыл “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” проектын әүҙем тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү планлаштырыла. Был проект сиктәрендә 2023 йылда 242 тораҡ пунктта 4G база станциялары эшләй башланы. 2025 йылдың беренсе кварталында тағы 50 тораҡ пунктта база станцияларын эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Дөйөм алғанда, проектҡа Башҡортостандың 1286 тораҡ пункты индерелгән, был илдең бөтә төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес булып тора, – тине республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

bashgazet.ru

50 тораҡ пунктта база станцияларын эшләтеп ебәреү планлаштырыла
50 тораҡ пунктта база станцияларын эшләтеп ебәреү планлаштырыла
Автор:
Читайте нас