Был аҙнала Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе һәм ысын ҡышҡы һыуыҡ көтә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, материкта арктик бассейндан көслө һыуыҡ үтеп инеүе көтөлә.
Әгәр 21 ғинуарҙа һауа температураһы көндөҙ -7,-12 градус сиктәрендә көтөлһә, 22 ғинуарҙа төндә һәм көндөҙ -16,-21 градусҡа тиклем түбәнәйә, төндә аяҙытҡанда -26 градусҡа тиклем. Һауа температураһының 23 ғинуарҙа -23,-28 градусҡаса түбәнәйеүе, аяҙытҡанда -33-кә тиклем, көндөҙ -12,-17. Аҙна аҙағында һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа юғарыраҡ була.
Айырыуса 21 ғинуарҙа ҡар яуыуы, республиканың көнсығышында көслө ҡар яуыуы, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе, юлдарҙы көрт баҫыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Башинформ.