Дим буйҙары
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
20 Ғинуар 2025, 19:00

Отпуск ваҡытында ”больничный”ҙа булһаң, ялды оҙайтырға мөмкинме?

Йыл һайын бирелә торған түләүле отпуск ваҡытында ауырып китһәгеҙ, ”больничный” алыуығыҙ яҡшы. Ул саҡта ялығыҙҙы оҙайта йәки икенсе ваҡытҡа күсерергә мөмкин

Отпуск ваҡытында ”больничный”ҙа булһаң, ялды оҙайтырға мөмкинме?Отпуск ваҡытында ”больничный”ҙа булһаң, ялды оҙайтырға мөмкинме?
Отпуск ваҡытында ”больничный”ҙа булһаң, ялды оҙайтырға мөмкинме?

Көндәр өҫтәлһен өсөн эш биреүсегеҙҙе сирләп китеүегеҙ тураһында иҫкәртегеҙ. Эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙын тапшырыу ҙа кәрәкмәй – ойошмаға Социаль фонд хәбәр итәсәк.

▶ Эш биреүсенең локаль акттарында ҡаралған булһа, отпускыны оҙайтыу тураһында яҙма ғариза кәрәк буласаҡ.

Шулай уҡ отпускыны оҙайтмай, уның бер өлөшөн икенсе ваҡытҡа күсерә алаһығыҙ. Мәҫәлән, сәйәхәт итергә планлаштырҙығыҙ икән, ә ауырыу сәбәпле ниәтегеҙ тормошҡа ашманы, ти. Ялығыҙҙы күсергән осраҡта яңынан сәйәхәт ойоштороу өсөн ваҡыт буласаҡ. Отпускыны күсереү өсөн ғариза яҙырға һәм сәбәбен аңлатырға, көндәр һанын һәм ялдың яңы даталарын күрһәтергә кәрәк.

Хеҙмәт кодексына ярашлы, “больничный” арҡаһында отпускығыҙҙы оҙайтыуға йәки башҡа ваҡытҡа күсереүгә ҡаршы килә алмайҙар һәм ниндәй генә хәлдә лә ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса пособие түләйәсәктәр.

💸 Отпускығыҙҙы күсергән осраҡта түләнгән аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәкмәй – уны ҡайтанан һанап, киләһе эш хаҡы түләгәндә иҫәпкә аласаҡтар.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Отпуск ваҡытында ”больничный”ҙа булһаң, ялды оҙайтырға мөмкинме?
Отпуск ваҡытында ”больничный”ҙа булһаң, ялды оҙайтырға мөмкинме?
Автор:
Читайте нас