АСБ йондоҙҙары матчы миҙгел экваторында йыл һайын күренекле студенттар-баскетболсыларҙы берләштергән сағыу сара булып тора. Ике ир-егеттәр һәм ике ҡатын-ҡыҙҙар командаһы күргәҙмә шоу-матч үткәрә, ә классик баскетбол ҡағиҙәләре ваҡиғаны иң тамашалыһы итеү өсөн үҙгәртелә.
"Йондоҙҙар матчы"нда ҡатнашыусылар Ассоциация тарафынан 2024/25 миҙгелендә сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса, шулай уҡ көйәрмәндәрҙең тауыш биреү юлы менән һайлана. Тауыш биреү юлы менән һәр команданың 3 ҡатнашыусыһы һайлана, тағы ла 9 уйынсыны АСБ вәкилдәре һайлай. Былтырғы кеүек үк, финал составтарын капитандар чемпионаттың иң яҡшы вәкилдәре билдәләй, улар тура эфирҙа үҙҙәренең хыял командаларын йыя. 2025 йылғы "Йондоҙҙар матчы"нда ҡатнашыусы командаларҙың капитандары булып Даниэль Бейлинсон (МГАФК), Константин Щербаков (УрФУ-РМК), Анастасия Рыкова (ГУТиД) һәм Екатерина Черная (Урфу Сима-Ленд) тора.
24 ғинуарҙа ике шоу-матч - ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр уйыны үтә. "Йондоҙҙар матчы" Өфөлә икенсе тапҡыр уҙғарыла: быға тиклем йондоҙҙар уикенды Башҡортостандың баш ҡалаһында 2020 йылда уҙғарылғайны. Алдағы ике миҙгелдә сара Красноярскиҙа буласаҡ.
Студенттар баскетболы ассоциацияһы (АСБ) Европаның иң ҙур студенттар спорт лигаһы исемен йөрөтә. Ул Рәсәйҙең 70 төбәгенән, шулай уҡ БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу команданы берләштерә, йыл һайын 5 000-дән ашыу матч үткәрә. Илдең профессиональ баскетболсыларының өстән бер өлөшө АСБ чемпионатында сығыш яһау тәжрибәһенә эйә. Ойошманың төп маҡсаты – Рәсәй студенттарын даими спорт, атап әйткәндә, баскетбол менән шөғөлләнеүгә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү.
Сара Рәсәйҙең Спорт, Фән һәм юғары белем биреү министрлыҡтары, РФ Баскетбол федерацияһы, Рәсәй Студенттар спорты союзы, БР-ҙың Спорт министрлығы һәм «Уфимец» баскетбол клубы булышлығында уҙғарыла.
https://ye102.ru