Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
22 Ғинуар 2025, 11:03

Яраланған һуғышсыларға медицина ярҙамы күрһәтә

Баҙлыҡ ауылынан «LIZA» позывнойлы гвардия рядовойы МХО-ла өсөнсө йыл санитария инструкторы булып хеҙмәт итә  

Яраланған һуғышсыларға медицина ярҙамы күрһәтәЯраланған һуғышсыларға медицина ярҙамы күрһәтә
Яраланған һуғышсыларға медицина ярҙамы күрһәтә

Хәрби конфликттар шәхси составы сафынан яраланыуы буйынса сығыуынан башҡа үтмәй. Яралы һуғышсыларға ярҙамға hәр ваҡыт беренсе булып армия санинструкторҙары килә. Тап бына ваҡытында күрһәтелгән ашығыс медицина ярҙамы меңждәрсә һалдщат һәм офицерҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға hәм уларҙы яңынан сафҡа баҫтырырға мөмкин.
— Был — минең РФ Ҡораллы Көстәрендә өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған яғыма икенсе тапҡыр ҡайтыуым, — ти егерме ике йәшлек армия медбраты. — Баҙлыҡ ауылы урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, тулыһынса ирекле булырға ҡарар иттем һәм тыуған йортомдан йыраҡҡа китеп, үҙаллы рәүештә Свердловск медицина колледжына уҡырға индем, шулай уҡ Бәләбәй медицина колледжын уңышлы тамамлаһам да. Уҡып бөтөргәс, мин армияла хеҙмәт иттем. Мин ике йылға альтернатив хеҙмәткә Мәскәү өлкәһененә танк дивизияһына киттем. Өс ай армия тормошона өйрәндем, хәрби ант ҡабул иткәндән һуң, хeрби санитария инструктор булараҡ, Воронеж янына командировкаға ебәрелдем. 2022 йылдың 22 февралендә беҙҙең хәрби часте Белгород янына күсерҙеләр. Ә артабан — Украинаға. Беҙ Донецк hәм Луганск Халыҡ Республикаларын Украина милләтселәренән азат итеү буйынса махсус хәрби операция башлау өсөн сикте иң беренселәрҙән булып уҙыусылар араһында булдыҡ.

Нәҡ бына эре масштаблы хәрби ваҡиғалар башланғансы, МХО-ла командование Баҙлыҡ гвардиясыһы — альтернатив хеҙмәт медбраты менән өс йылға хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән икән, шул рәүешле уға тағын бер йыл армия хеҙмәте өҫтәгән.
— Хәрби контракттың барлыҡ шарттарын hәм талаптарын намыҫ менән үтеп, мин инде запасҡа сығарыуҙы көткәйнем, әммә РФ Хәрби Көстәренең Юғары башкомандующийы Указы нигеҙендә хәрби ваҡиғалар урынында килеп тыуған хәлдәр арҡаһында минең армия хеҙмәтем дауам итте, — ти ялға ҡайтыусы яугир. — Мин быға бер ҙә үкенмәйем. Сөнки быға ҡәҙәр һис ҡасан булмағанса, бик кәрәкле булдым. Минең эшсәнлек төрө беҙҙең Рәсәй ғәскәрҙәренең дошман менән хәрби хәрәкәттәр алып барыуҙың өс линияһына тарала — был беренсе линиялағы яралыларҙы яҡын-тирәләге блиндаждарға эвакуациялаy, һуғыш хәрәкәттәренең икенсе линияһында еңел яраланған ун һуғышсы, шулай уҡ алты кеше медицина хеҙмтәкәре (биш санитар hәм бер табип) өсөн махсус төҙөлгән. Ауыр яралылар өсөн дә шундай уҡ блиндаж бар. Бында яралы һуғышсыларға оператив рәүештә кәрәкле барлыҡ медицина ярҙамы күрһәтелә. Яралы һалдаттар менән көн һайын тиерлек блиндажда йәшәйем. Ваҡыт-ваҡыты менән армия госпиталенә яралы пациенттарҙың эвакуация отрядын етәкләйем. Ә былай, приказ буйынса мин фронт зонаһынан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан медицина- хирургия хеҙмәте күрһәтеүсе 30 койкалы госпиталдә хеҙмәт итәм.
Хәҙерге ваҡытта яҡташыбыҙ үҙенең хәрби хеҙмәтенә, һайлаған hөнәренә тулыһынса бирелгән hәм әлегe башҡа мауығыуҙары юҡ. Уның күкрәген һуғышсан бүләктәр биҙәй: икенсе дәрәжәләге «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» hәм «Һуғышта ярҙамы өсөн» миҙалдары. Ул сираттағы бүләккә тәҡдим ителгән — «Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы. Ә бына командованиенан Рәхмәт хаттарын уның хеҙмәттәштәре — медицина табиптары hәм санитарҙар Рәсәй армияһының дауаланыусы һалдаттарынан hәм офицерҙарынан көн һайын тиерлек яҡшы профессиональ хеҙмәттәре өсөн ала.
Владимир СМОЛОВ.

 

Яраланған һуғышсыларға медицина ярҙамы күрһәтә
Яраланған һуғышсыларға медицина ярҙамы күрһәтә
Автор:
Читайте нас