Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Ғинуар 2025, 09:04

Yҙ булмышына тоғро

Район администрацияһы башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте hәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Эллина Заhит ҡыҙы Суфиянова тоғро хеҙмәт итeргә hәм махсус хәрби операцияны уңышлы башҡарыуҙа ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер

Yҙ булмышына тоғроYҙ булмышына тоғро
Yҙ булмышына тоғро

— Район хакимиәтендә яңы вазифаға мин күптән түгел — уҙған йыл аҙағында был эшкә тотондом, — ти hәр саҡ тыйнаҡ hәм йәш, шулай уҡ илдәге хәлдәргә һәм әйләнә-тирәләге ваҡиғаларға үҙ ҡарашы булған Эллина Суфиянова. - 2022 йылдың октябрнән «Все для фронта — Бишбүләк» ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнаштым. Был эш МХО-ла еңеүҙең яҡынауына үҙенсә ҡатнашы булыуы  менән ҡыҙыҡтырҙы һәм ышаныс бирҙе. Күрше район халҡы әүҙем рәүештә селтәрҙәр үрә башлауын күреп, ауыл ерендә ирекмәнлек хәрәкәтен ойоштороуға ҡушылдым. Һәр пунктта етәксе һайлап, һөҙөмтәле эш башланды. Башта был маскировка селтәрҙәрен үреү пункттары ине, һуңынан улар волонтерлыҡ пункттарына әүерелде, улар төрлө йүнәлештә ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең бихисап заказдарын трмлошҡа  ашыра башланылар. Эш 2023 йылдың февраленән алып барыла. Минең хеҙмәтем барлыҡ пункттарҙы бер өҙлөкһөҙ кәрәкле материал менән тәьмин итеүҙән ғибәрәт ине. Ябай ауылдаштарыбыҙҙың райондан hәм Башҡортостандан киткән яугир-яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүгә үҙ күҙҙәребеҙ менән яуап биреүен күреп, кисергәндәремде һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөү мөмкин түгел.

Район ирекмәндәре сафына баҫҡан беренсе көндәрҙән үк мин гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша башланым. Хәҙерге ваҡытта уларҙың дөйөм һаны инде өс тиҫтәнән артып китте. Һәм хәҙер беҙҙең команда яҡташтарына исемле адреслы посылкалар ебереү менән шөғөлләнеүен дауам итә. Адреслы посылкаларҙан тыш, беҙ «Башҡортостан» полкына посылкалар ҙа ебәрәбеҙ. Посылкаларҙы шәхсән үҙем дә, башҡа төрлө ысулдар менән дә оҙатабыҙ, иң мөhиме, барып етһен, ат, күгәрсендәр менән генә ебәрмәнек, тип шаяртам. Иң күңеллеһе, әлбиттә, ҡулдан ҡулға тапшырыу. Волонтер булып эшләүселәргә шәхсән үҙҙәре барып, булған хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм мәғлүмәтте башҡаларға дөрөҫ еткерергә кәрәк, тип һанайым. Миңә фронт һыҙығынан дүрт — биш километр алыҫлыҡта булырға тура килде.

Һөйләшеү барышында Эллина Суфиянова егеттәрҙең Рәхмәт хаттарын hәм уларға «МХО-ға ярҙам иткән өсөн» hәм «МХО волонтерына» миҙалдарын күрһәтә. Шулай уҡ уңышлы ирекмәнлек эшсәнлеге һәм гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә актив ҡатнашканы өсөн БР башлығы Радий Хәбировтан рамкалы ҙур Маҡтау грамотаһы бар.

— Миңә һәләк булған һуғышсыларҙы эҙләүҙә ярҙам һорап күп кенә туғандары мөрәжәғәт итә. Был уларҙың күптән бәйләнешкә сыҡмаған улдары, ағайҙары йәки ирҙәре. Уларға баш тартыу бик ауыр. Миңә таныш командирҙарға мөрәжәғәт итәм, ә улар инде туранан-тура тик командирҙар аша үҙҙәрендә булған информацияны бирәләр, — тип дауам итә Эллина Заhит ҡыҙы. — Октябрь аҙағында «Беренсе тирмә» тигән яңы проект иғлан ителде — ул республика ҡатын-ҡыҙҙарының һуғышсыларыбыҙға ярҙам күрһәтеү өсөн госпиталгә барыуы, унда ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Мин  уйлап та торманым һәм 2024 йылдың 1 ноябрендә команда составында киттем. Ә 2024 йылдың 26 декабрендә төркөм етәксеһе сифатында быйылғы йылдың 11 ғинуарына ҡәҙәр барлыҡ Яңы йыл байрамдарынла шунда булдым. Госпиталь — ҡарарға бара торған урын түгел ул, унда һин эшкә тотонаһың да, тулыһынса уға биреләһең. Ике аҙна эсендә командаларҙың береһе лә ял көнө алманы, барыһы ла яралы һуғышсыларға максималь файҙа килтерергә теләне. Эмоциональ яҡтан көн һайын кеше хәсрәтен күреү бик ауыр. Мин нимә әйтә алам? Хәҙер барлыҡ һуғышсыларҙың һәм уларҙың яҡындарының, шулай уҡ беҙҙең, ирекмәндәрҙең берҙән-бер теләге — 2025 йыл еңеү йылы булһын hәм ул беҙгә тыныслыҡ алып килһен ине.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Yҙ булмышына тоғро
Yҙ булмышына тоғро
Автор:
Читайте нас