Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ғинуар , 07:31

Бурҙар яңы ысулдар уйлап таба

Телефон аша урлашыусылар еңел аҡсалы булыу өсөн ниндәй генә ысулдар уйлап тапмай, ниндәй генә ролдәргә инмәй. Хатта эре компаниялар, хеҙмәттәр вәкилдәре булып та халыҡты талай. Уларҙың сираттағы ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн түбәндәге мәғлүмәтте иғтибар меннән уҡып сығығыҙ.

Бурҙар яңы ысулдар уйлап таба
Бурҙар яңы ысулдар уйлап таба

Башҡортостандың бер ауыл биләмәһендә телефон аша бурлыҡтың тотош тулҡыны теркәлгән.

Еңел аҡсалы булырға теләүселәр, үҙҙәрен «Башэлектросбыт» компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип танытып, йәнәһе лә, электр иҫәпләгестәрҙе (счетчиктарҙы) алыштырыу сәбәбе менән, иҫәпләгестең ваҡыты үткән өсөн штраф һалыу менән ҡурҡытып, халыҡтан шәхси мәғлүмәттәр һәм СМС менән килгән кодтарҙы һорап алалар.

Шулай уҡ телефон аша урлашыусылар СНИЛС, ИНН, паспорт мәғлүмәттәрен йәки ЕГРН таныҡлығын һорап, электр менән тәьмин итеү килешеүен яңынан төҙөргә тәҡдим итеүҙәре лә мөмкин.

«Башэлектросбыт» компанияһы хәтерегеҙгә төшөрә: уларҙың хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла бындай мәғлүмәттәрҙе телефон аша һорамай!

Электр тотоноуҙы иҫәпләгес (счетчик) булмаған хәлдә уны урынлаштырыу, боҙолған йәки тотонолоу срогы сыҡҡан булһа, уларҙы алыштырыу, йүнәтеү бушлай һәм бары тик ҡулланыусының шәхсән мөрәжәғәте буйынса ғына башҡарыла.

Һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ! Үҙегеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙҙе телефон аша бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ!

Сығанаҡ: Молодёжная газета

Бурҙар яңы ысулдар уйлап таба
Бурҙар яңы ысулдар уйлап таба
Автор:
Читайте нас: