Бишбүләктәрҙең ярҙамы махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Хәрби операция башланғандан алып, район халҡы яҡташ хәрбиҙәргә ярҙам итә, кейем, медикаменттар, кәрәк-яраҡ тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек менән посылкалар йыя.
Ҡасҡын ауылы халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалмай: МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамды улар ойоҡбаш, бейәләй-бирсәткәләр бәйләүҙән, гуманитар посылкалар йыйыуҙан башлайҙар. Артабан эшсәнлек даирәһе киңәйә. Бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла бурыстарын үтәп, неонацистарға ҡаршы көрәшеүсе яҡташтарға ярҙам итеү маҡсаты менән ауыл мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәре үрә.
Был эштәр Яңы йылға ҡәҙәр ҙә башҡарылған, байрам ялдарында бер аҙ туҡталып торһалар ҙа, хәҙер эш ҡабат йәнләнгән. Яҡташтарыбыҙ ҙур яуаплылыҡ тойоп, дошманға ҡаршы көрәшкән егеттәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам туплай, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ еңеүҙе яҡынайтыу маҡсатын алға ҡуйып, маскировка селтәрҙәрен үрә. Уларҙың был изгелектәре яу ҡырындағы яҡташтарыбыҙға көс, рух күтәренкелеге өҫтәй.
Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Альмира Хәбирова хәрбиҙәр өсөн шлемға тышлыҡтар (нашлемник) яһауҙы ла үҙләштергән. Әйтеүҙәренсә, ул снайперҙар һәм разведчиктар өсөн бик кәрәкле икән. Ауыл ирекмәне был эш күп ваҡыт һәм сабырлыҡ талап итеүен йәшермәй, әммә етеҙ ҡуллы һәм электән үк ҡул эштәре менән мауыҡҡан гүзәл зат быны тиҙ үҙләштергән.
- Ирем нашлемниктар яһау өсөн махсус станок яһап бирҙе, әле 33-тө эшләп тапшырҙым, был төҫтө бөткәс, йәйге асыҡ төҫтәргә күсәсәкмен. Оҙаҡ яна торған шырпылар ҙа һалдаттарға бик кәрәк, уларҙы иң тәүҙә 250 дана яһаным, шунан йәнә килендәшем менән бергәләп 300-ҙө әҙерләнек. Бындай эштәрҙә ҡәйнәм Рәйлә лә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, - ти, һәр яҡлап өлгөр ханым.
Ил яҙмышына битараф булмаған Альмира Фәнзил ҡыҙы килендәше Гүзәл Хәбирова менән һалдаттарға тип, өй туҡмасы һәм ҡоро аш йыйылмаһы, йәшел тәмләткестәрҙе лә күпләп әҙерләй.
- Беҙ ике йыл инде махсус хәрби операцияла йөрөгәндәр өсөн өй туҡмасы киҫеп ебәрәбеҙ, шулай уҡ ҡоро аш тупланмаһы ла әҙерләйбеҙ. Үҙем көҙҙән үк, ауылдаштарҙың артып ҡалған кишер һәм сөгөлдөрҙәрен алып, шуларҙы киптерә башлағайным. Ҡайһы берҙә кешеләрҙән һатып та алғылайым. Бынан тыш, һыуыҡ көндә, тыуған яҡтың шифалы үләндәренән әҙерләгән сәйҙәр һалдаттарыбыҙҙың тәндәрен дә, күңелдәрен дә йылытһын тип, уларҙы ла ебәрәбеҙ. Тәүҙә үҙем генә 500 дана әҙерләһәм, артабан килендәшем Гүзәл дә ярҙамлашып, йәнә 440 пакет сәй яһаныҡ.
Ваҡытты бушҡа уҙғармаусы һәм хәстәрлекле Альмира Хәбирова кәрәкле материалдарҙы интернеттан яҙҙырып ала.
- Әлеге мәлдә оҙаҡ яныусы шырпылар яһау менән шөғөлләнәм, эшләүе әллә ни ауыр булмаһа ла, ваҡытты ала инде, көнөнә 50-шәр дана әҙерләйем, шулай уҡ сәй ҡаптарына йәнә заказ бирҙем, тиҙҙән улары ла килеп етәсәк, - ти ул.
Билдәле булуынса, 2025 йыл илебеҙҙә – Ватанды һаҡлаусылар, туған Башҡортостаныбыҙҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә агзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Яңы башланған был йыл илебеҙгә именлек һәм барыбыҙ да көтөп алған шатлыҡлы Еңеүҙе килтерһен ине тип теләйбеҙ!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Шәхси архивтан алынған фотолар.