Страховкаланмаған осорҙар – ул социаль әһәмиәтле эшмәкәрлектең пенсияға йоғонто яһаған ҡайһы бер төрҙәре. Мәҫәлән, армияла хеҙмәт иткән йәки бала ҡараған йылдар страховкаланмаған осор, тип һанала.
Страховкаланмаған осорҙарҙың тулы исемлеге һәм уларҙың коэффициенттары менән бирелгән һылтанмала танышырға мөмкин: vk.cc/cwhkGD.
Мөһим:
- Страховкаланмаған осорҙо стаж иҫәбенә индерер өсөн унан алда йәки унан һуң рәсми эшкә урынлашҡаның теркәлергә тейеш.
- Стажға индерелгән бер нисә осорҙоң ваҡыты тап килһә, һайлап берәүһе генә иҫәпкә алынасаҡ.
???? Страховкаланған һәм страховкаланмаған бөтә осорҙарҙы шәхси иҫәптән алынған өҙөмтәлә күрергә мөмкин. Яҙманы Дәүләт хеҙмәттәренән алырға була: vk.cc/cf3uRL.
Шәхси пенсия коэффициентын башҡа кешегә биреп булмай.
2025 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына сығыу өсөн:
- 15 йылдан күберәк страховка стажы;
- 30 берәмектән дә кәм булмаған пенсия коэффициенты кәрәк.
Эшләмәгән яҡын кешегеҙҙең шәхси пенсия коэффициентын арттырырға теләһәгеҙ, уның буласаҡ пенсияһы иҫәбенә ирекле страховка иғәнәһе ебәрә алаһығыҙ. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза бирергә (vk.cc/cu3khA) йәки Социаль фондтың клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Пенсия күләменең туранан-тура шәхси пенсия коэффициенты дәүмәленә бәйле булыуын дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.